Бөтә яңылыҡтар
образование
25 Сентябрь 2025, 11:55

Уҡытыусы исемен ғорур йөрөтә

Ағымдағы йылда бөрө ҡалаһында үткән мәғариф буйынса традицион республика август кәңәшмәһендә төбәк башлығы Радий Хәбиров бер төркөм алдынғы уҡытыусыларға дәүләт бүләктәрен тапшырҙы.

Уҡытыусы исемен ғорур йөрөтә
Уҡытыусы исемен ғорур йөрөтә

 Үрге Йәркәйҙәге беренсе гимназияның математика уҡы тыусыһы Элиза Ғилметдинова «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән юғары исемгә лайыҡ булды. Ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған Элиза Хәмитйән ҡыҙы беренсе гимназияла 15 йыл үҙ һөнәрен яратып башҡара. Юғары категориялы педагог эшләү дәүерен дә уҡытҡан фәнентәрән белеүе, киң эрудицияһы, уҡыусыларҙың йәш психологияһын яҡшы аңлауы, юғары педагогик оҫталығы менән айырылып тора. Дәрестәрендә ныҡлы белем һәм күнекмәләр формалаштырыуға ҙур иғтибар бирә, үҙ фекерҙәрен телдән һәм яҙма формала дөрөҫ итеп бәйән итергә өйрәтә, логик фекерләүҙе үҫтерә, балаларҙы үҙ аллы белем алырға, дәреслек менән эшләргә өйрәтә. Оҫта педагогтың һәр дәресе бөтәһен дә иҫәпкә алып уйланылған, логик төҙөлгән, эмоциональ биҙәлгән. Э.Ғилметдинованың уҡыу сылары йыл һайын Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына һәм Берҙәм дәүләт имтихандарына яуаплы һәм юғары сифатлы әҙерләнеүҙәре менән айырылып тора һәм юғары күрһәт кестәргә ирешәләр. Шулай уҡ уның уҡыусылары – төрлө олимпиадаларҙа еңеүселәр, юғары уҡыу йорттары студенттары. 2011 йылдан башлап Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерләнгәндә һәм юғары уҡыу йортона кергәндә уҡыусыларҙың фән буйынса белемдәрен тәрәнәйтеү маҡсатында Элиза Хәмитйән ҡыҙы «ӨДНТУ синыфтары», «Альтернатив репетитор» программалары буйынса ӨДНТУ юғары уҡыу йортона тиклем белем биреү үҙәге дәрестәре үткәрә. Класс етәксеһе булараҡ, тәрбиә эштәренә ҙур иғтибар бүлә. Элиза Ғилметдинова – коллективта, хеҙмәттәштәре, ата-әсәләр араһында ҙур абруй яулаған педагог.

Автор: Үҙ хәбәрсебеҙ.
Читайте нас