Бөтә яңылыҡтар
образование
14 Август 2025, 11:20

Күңелдәребеҙ һәр кемгә лә асыҡ

16 июлдә Рәсәй Президенты Владимир Путин М-12 «Көнсығыш» федераль автомагистралдең Дүртөйлө-Әшит участкаһын асыуға старт биргәйне. Был трасса Мәскәүҙе Екатеринбург менән тоташтырып, Рәсәйҙең Европа өлөшө менән Урал араһында тиҙ йөрөшлө бәйләнеште тәьмин итеүсе берҙәм юлдың бер өлөшө булып тора.

Күңелдәребеҙ һәр кемгә лә асыҡ
Күңелдәребеҙ һәр кемгә лә асыҡ

 

9-15 август көндәрендә «Автодор» дәүләт компанияһы инициативаһы буйынса әлеге трассанан төрлө илдәр вәкилдәрен берләштереүсе масштаблы БРИКС автойөрөшө уҙҙы. Рәсәйҙәге юғары уҡыу йорттарында белем алыусы 60тан артыҡ сит ил студенты был мауыҡтырғыс сәйәхәткә ҡушылды. Уларҙың беренсе туҡталышы Дүртөйлө районында булды.

Ҡунактар өсөн бай йөкмәткеле программа әҙерләнде. Беренсе көндө автойөрөштә ҡатнашыусылар халыҡ һөнәрҙәре күргәҙмәһе менән таныштылар, оҫтабикәләрҙең, рассамдарҙың эштәренә баһа бирҙеләр.

Күркәм осрашыу тамаша залында дауам итте. Студенттарҙы Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Сәғәҙәтулла улы Йосопов сәләмләп: «Һеҙҙең бында булыуығыҙ  беҙҙең илдәрҙең киләсәк хеҙмәттәшлегенә ҙур өлөш индереүсе тағы ла бер сара булып тора. Рәсәй ВУЗдарында уҡыу йылдары алынған белемдәр менән генә түгел, ә ошондай йылы хәтирәләр менән дә хәтерҙәҙә уйылып ҡалһын”, – тип теләне.

Концертта күп милләтле республикабыҙ халыҡтарының ижад үрнәктәре яңғыраны. Дүртөйлө мәҙәни-ял итеү үҙәге коллективтарының һәм Нефтекама дәүләт филармонияһы артистарының һәр сығышы ҡунаҡтар тарафынан көслө алҡыштарға күмелде.

Икенсе көндө сит ил вәкилдәрен «Арғымаҡ» ат спорты комплексы ҡаршы алды. Бындағы грациоз аттар, тренерҙар менән осрашыу ҡунаҡтар өсөн айырыуса үҙенсәлекле булды, улар башкорт атсылығы традициялары тураһында белеште, йәнлектәрҙе ашатып та, атланып йөрөп тә ҡаранылар.

         Бер аҙна дауамында автойөрөштә ҡатнашыусылар Ҡазан, Түбәнге Новгород, Суздаль, Мәскәү ҡалаларында булдылар,  һәр төбәктең көнкүреше, мәҙәниәте менән таныштылар. “Рәсәй халыҡтары – йондоҙҙар кеүек: һәр кем үҙенсә балҡый, ләкин бергәләп улар дуҫлыҡ йондоҙлоғо булдыра”, минемсә, был уй бөтә маршрут буйына егет-ҡыҙҙар күңелендә һаҡланғандыр, иҫбатланғандыр, сөнки рәсәйҙәрҙең ҡунаксыллығының һис кенә лә сиктәре юҡ.

Күңелдәребеҙ һәр кемгә лә асыҡ
Күңелдәребеҙ һәр кемгә лә асыҡ
Күңелдәребеҙ һәр кемгә лә асыҡ
Күңелдәребеҙ һәр кемгә лә асыҡ
Күңелдәребеҙ һәр кемгә лә асыҡ
Автор: Денис Мансуров
Читайте нас