Бөтә яңылыҡтар
образование
8 Апрель 2025, 11:00

Яңы үрҙәргә табан

Кушнаренко гимназияһында «Йыл уҡыусыһы» район конкурсының финал туры үтте. Унда туғыҙ өлкән синыф уҡыусыһы ҡатнашты. Талантлы, матур, белемле егет һәм ҡыҙҙар, ижади һәм аҡыл һәләттәрен күрһәтеп, ин яҡшы уҡыусы исеме өсөн көс һынашты.

Яңы үрҙәргә табан
Яңы үрҙәргә табан

 

Бәйгеселәр төрлө конкурс, олимпиада һәм ярыштарҙағы ҡаҙаныштарын раҫлаусы грамота, дипломдар менән портфолио менән таныштырҙы. Шулай уҡ төрлө ҡыҙыҡлы ижади биремдәрҙә ҡатнашып, бөтөн һынауҙарҙы ла уңышлы үтте.

Мәртәбәле жюриға еңеүсене һайлап алыу еңел булманы. Улар фекеренсә, ҡатнашыусыларҙың барыһы ла бик оҫта сығыш яһаны һәм иң яҡшыһы булырға лайыҡ ине. Гимназияның 10«а» синыфы уҡыусыһы Полина Старцева, бәйгенең бөтөн этаптарында ла иң юғары һөҙөмтәләр күрһәтеп, «Йыл уҡыусыһы» исемен яуланы.

Яңы үрҙәргә табан
Яңы үрҙәргә табан
Автор: Беҙҙең хәбәрсебеҙ.
Читайте нас