САРМАНАЙ
+2 °С
Ясно
Новости
22 Октября , 06:24

Радий Хәбиров Ташкент өлкәһендә «Бекабад» Башҡортостан-Үзбәкстан технопаркы

21 октябрҙә Үзбәкстанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ташкент өлкәһе хокимы Зойир Мирзаев «Бекабад» Башҡортостан-Үзбәкстан индустриаль технопаркын төҙөүгә старт бирҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Радий Хәбиров Ташкент өлкәһендә «Бекабад» Башҡортостан-Үзбәкстан технопаркыРадий Хәбиров Ташкент өлкәһендә «Бекабад» Башҡортостан-Үзбәкстан технопаркы
Радий Хәбиров Ташкент өлкәһендә «Бекабад» Башҡортостан-Үзбәкстан технопаркы

Технопарк булдырыу инициативаһы 2025 йылдың декабрендә Рәсәй-Үзбәкстан хоҡуҡ комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса Үзбәкстан һәм Башҡортостан төбәктәре араһында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса юл картаһына индерелгәйне. Был ваҡыт эсендә яҡтар техник һәм финанс мәсьәләләре буйынса килешеүҙәр алып барҙы, хоҡуҡи база булдырҙы һәм үҙ-ара эш итеүҙең төп параметрҙарын билдәләне. Технопарктың идара итеүсе ойошмаһы итеп Башҡортостан инвестиция идара итеүсе компанияһы тәғәйенләнде.

Сәләмләү һүҙендә Радий Хәбиров, технопарк төҙөү Рәсәй-Үзбәкстан партнёрлығын үҫтереүгә, туғандаш халыҡтар араһында дуҫлыҡты һәм үҙ-ара аңлашыуҙы нығытыуға булышлыҡ итәсәк, тип билдәләне.

– Рәсәй Федерацияһының хөрмәтле Президенты Владимир Владимирович Путин һәм Үзбәкстандың хөрмәтле Президенты Шавкат Миромонович Мирзиёев тырышлығы менән беҙҙә тығыҙ һәм һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итеү өсөн мөмкинлектәр бар. Мин был проектты нисек башлауыбыҙҙы хәтерләйем, һәм видеоконференция режимында даими рәүештә хоким менән осраштыҡ, бергәләп ойоштороу, финанс, юридик мәсьәләләрҙе хәл иттек. Башҡортостан был ҙур һәм яҡшы эшкә етди суммалар һалырға ҡарар итте. Һәм беҙ «Бекабад»ты үҫтереү перспективаларын күрәбеҙ. Беҙгә барыһы ла аңлашыла, һәм был эш бик оҡшай. Һәм иң мөһиме: беҙ бында үҙебеҙҙең туғандаш булыуыбыҙҙы тоябыҙ – телдәребеҙ һәм ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ оҡшаш, – тине республика Башлығы. – Зойир Тоир улына технопарк төҙөлөшө башланыуға тиклем күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәт белдерәм. Кем төҙөрөн һәм бында кем эшләргә килерен беләбеҙ. Ташкент өлкәһе халҡына уңыштар теләйем!

 

Зойир Мирзаев, Үзбәкстан яғынан перспективалы проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы шарттар булдырыласаҡ, тип билдәләне.
– Беҙ Башҡортостан менән үҙ-ара хеҙмәттәшлекте юғары баһалайбыҙ һәм яңы технопаркты сәнәғәт кооперацияһын артабан үҫтереү, эшлекле бәйләнештәрҙе киңәйтеү өсөн нигеҙ итеп ҡарайбыҙ, – тине хоким. – Инвесторҙарға ярҙам күрһәтергә һәм уларҙың башланғыстарын хупларға әҙербеҙ.
Башҡортостан инвестиция идара итеү компанияһы директоры Юлай Ильясов «Бекабад» проекты менән таныштырҙы. Уның объекттары инженер һәм транспорт инфраструктураһы булдырылған 100 гектар майҙанда төҙөләсәк.
Бында етештереү блоктары, келәттәр, тейәү зоналары урынлаша. Майҙансыҡ үҙәгендә банк, офистар, тамаҡ ялғау урыны һәм персонал өсөн ресторан ҡаралған.
Бер нисә Башҡортостан компанияһы «Бекабад»тың резиденты булыу ниәте менән сығыш яһаған. Улар өсөн һалым һәм таможня льготалары ғәмәлдә буласаҡ.
Мәҫәлән, «Ортостан.ру» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сәнәғәт һәм төҙөлөш объекттары өсөн металл конструкциялар етештереү буйынса завод төҙөйәсәк. Етештереү ҡеүәте йылына 25 мең тонна продукция була, тип планлаштыралар.
Быраулау ҡорамалдары етештереү, нефть һәм газ скважиналарын быраулау һәм ремонтлау ваҡытында инженер-технологик оҙатыу буйынса сервис хеҙмәттәре күрһәтеү буйынса инвестиция проектын технопаркта «Буринтех» ғилми-етештереү предприятиеһы һәм «Үзбәкнефтегаз» компанияһы тормошҡа ашырырға планлаштыра. Эшсе төркөм берлектәге предприятие булдырыу өсөн бизнес-план эшләй.
Артабан Башҡортостан Башлығы һәм Үзбәкстандың Ташкент өлкәһе хокимы төҙөлөш башланыу хөрмәтенә технопарктың тәүге ташына «Бекабад»тың буласаҡ хеҙмәткәрҙәренә һәм резиденттарына мөрәжәғәтнамә яҙылған ваҡыт капсулаһын һалды.
Тантананан һуң Радий Хәбиров һәм Зойир Мирзаев журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Башҡортостан Башлығы яңы технопарк мөмкинлектәре һәм Үзбәкстан менән ике яҡлы хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәре тураһында һөйләне.

– Технопарк төҙөү ниәте менән тәүҙә Үзбәкстан Президенты Шавкат Миромоновичҡа мөрәжәғәт иттек, ул беҙҙе хупланы. Бынан һуң Ташкент өлкәһенең идара итеү командаһы менән проекттың статусын, тормошҡа ашырыу тәртибен билдәләнек һәм бер нисә ойоштороу мәсьәләһен, шул иҫәптән проектлау менән бәйле һорауҙарҙы хәл иттек. Һәм хәҙер төҙөлөш эштәренә тотонабыҙ. Башҡортостан өсөн был икенсе дәүләттә технопарк булдырыуға ярайһы уҡ ҙур күләмдә инвестициялар йүнәлтеүҙең тәүге тәжрибәһе. Шуныһы мөһим: бында ниндәй резиденттар буласағын бөгөндән аңлайбыҙ. Улар һалым һәм таможня режимы, инженер селтәрҙәренә тоташтырыу һәм эшсе көстәр менән тәьмин итеү буйынса ярҙам сараларынан ҡәнәғәт. Был йәһәттән ҡатмарлыҡтар кисермәйбеҙ. Һәм бындай йүнәлеште артабан да үҫтерә алыу мөмкинлеге бында барыһының да нисек эшләп китеүе менән бәйле буласаҡ. Шуға күрә был беҙҙең өсөн бик яуаплы бурыс. Ә Бекабад районы халҡы өсөн – яңы эш урындары, урындағы бюджетҡа һалымдар һәм дөйөм алғанда социаль хәлде яҡшыртыу, – тине республика Башлығы. – Үзбәкстан һәм Башҡортостан иҡтисады структураһын иҫәпкә алып, артабан беҙҙе эшкәртеү сәнәғәтенә инвестициялар ҙа ҡыҙыҡһындыра. Ташкент өлкәһе – ҙур индустриаль үҙәк, унда юғары компетенциялар ҙа, производство ла, беҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы булған продукция ла бар. Дөйөм алғанда, беҙҙең хеҙмәттәшлек бик күп планлы – ауыл хужалығы, туризм, мәҙәниәт һәм спорт өлкәһендә үҙ-ара эш итәбеҙ.

Ташкент өлкәһе хокимы «Бекабад»тың юғары технологиялы производстволарҙы үҫтереүҙәге мөһим ролен билдәләне.
– Технопарк төбәктең сәнәғәт ҡеүәтен үҫтереүҙе тәьмин итәсәк. Бекабад һәр ваҡыт металлургия районы тип иҫәпләнде, шуға күрә бында тәжрибәле белгестәр табыуы еңел буласаҡ, айырыуса металдарҙы эшкәртеү өлкәһендә, – тине Зойир Мирзаев. – Бынан Тажикстан сигенә тиклем яҡынса 5 километр, шуға күрә «Бекабад» яҡшы экспорт потенциалына ла эйә.

 

Автор:Гульназ Хафизова
Читайте нас