САРМАНАЙ
+2 °С
Ясно
Новости
22 Октября , 06:46

Радий Хәбиров Башҡортостан делегацияһының Үзбәкстанға сәфәренә йомғаҡ яһаны

21 октябрҙә журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика делегацияһының Үзбәкстандың Сәмәрҡәнд һәм Ташкент өлкәләренә сәфәренә яҡынса йомғаҡ яһаны.

Добавить в предпочтительные источники Google
Радий Хәбиров Башҡортостан делегацияһының Үзбәкстанға сәфәренә йомғаҡ яһаныРадий Хәбиров Башҡортостан делегацияһының Үзбәкстанға сәфәренә йомғаҡ яһаны
Радий Хәбиров Башҡортостан делегацияһының Үзбәкстанға сәфәренә йомғаҡ яһаны

Эш сәфәренең мөһим маҡсаттарының береһе – «Бекабад» Башҡортостан-Үзбәкстан индустриаль технопаркы төҙөлөшөн башлау, тип билдәләне республика етәксеһе.

 

– Был беҙҙең Төбәк фонды, Башҡортостан инвестиция идара итеү компанияһы, төҙөлөш фирмалары вәкилдәре ҡатнашлығында делегация булдырыуыбыҙҙың иң төп маҡсаты. Башҡортостан өсөн «Бекабад» – башҡа дәүләт биләмәһендәге технопаркка инвестициялар йүнәлтеүҙең тәүге тәжрибәһе. Һәм һәр ваҡыт инвестицияларҙың һаҡланыуы һәм һөҙөмтәлелеге менән бәйле етди һорауҙар тыуа. Шуныһы мөһим: «Бекабад»тың хоҡуҡи статусы Үзбәкстан Президенты Шавкат Мирзиёев ҡарары менән билдәләнгән. Бының өсөн беҙ ҙур эш башҡарҙыҡ. Бөгөн төҙөлөш башланыу хөрмәтенә капсула һалдыҡ, тиҙҙән бында ауыр техника эшләй башлаясаҡ. Беҙҙең «Ортостан.ру» һәм «Буринтех» компаниялары Башҡортостан-Үзбәкстан технопаркы резиденты булырға әҙер ҙә инде. Уның төп үҙенсәлеге шунда: «Бекабад»та Үзбәкстан, йәғни сәнәғәт, төҙөлөш, гуманитар өлкә үҫеше темптары юғары булған дәүләт баҙарына сығыу мөмкинлеге бирелә. Шулай уҡ улар етди өҫтөнлөктәргә эйә буласаҡ. Иҡтисади яҡтан был отошло. Бынан тыш, Беҙ Lasselsberger Group компанияһын ойоштороусы Йозеф Ласселсбергер менән һөйләшеүҙәр үткәрҙек. Ул беҙгә Сәмәрҡәнд өлкәһендәге ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары етештереү буйынса предприятиеһын күрһәтте. Беҙ Башҡортостанда ошондай завод төҙөү мәсьәләһен тикшерҙек – сит ил инвестициялары менән хәл бер аҙ яйланғас, шунда уҡ старт алырбыҙ, тип уйлайым, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Шулай уҡ беҙҙең һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин менән делегация Үзбәкстан Президентының тормош иптәше ойошторған реабилитация һәм паллиатив ярҙам өлкәһендә, шул иҫәптән хоспистарҙа тәжрибә уртаҡлашыуға арналған сарала эшләй. Сәфәр барышында хокимдар менән дә осрашыуҙар булды – йылы мөнәсәбәттәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Мәҫәлән, Ташкент өлкәһе хокимы Зойир Тоирович менән күптән танышбыҙ, бер-беребеҙҙә даими булабыҙ – күптән түгел Ташкент өлкәһенән ҙур делегация республикабыҙҙа спорт буйынса сарала булды. Дөйөм алғанда, эшләйбеҙ, алға барабыҙ.

Автор:Гульназ Хафизова
Читайте нас