

Үҙ һөнәрен биш бармағы кеүек белгән белгестәрҙе хеҙмәттәштәре лә, етәкселәре лә хөрмәт итә. Яҙмам геройы "Урожай" тоҡомсолоҡ заводы йәмғиәтенең генеральный директорының финанстар буйынса урынбаҫары Лена Ғәббәсова белемле, яуаплы, намыҫлы хеҙмәткәр булараҡ хөрмәт ҡаҙанған. Сабырлығы, тырышлығы, тәүгәллеге менән күптәрҙе һоҡландыра. Үрге Йәркәйҙә яшәүсе, бөтә ғүмерен яратҡан һөнәренә бағышлаған Лена Миҡдәм ҡыҙы ошо көндәрҙә күркәм юбилейын билдәләне.
Лена Иштирәк ауылында Гөлнәзирә Ғәзиз ҡыҙы һәм Миҡдәм Әғләм улының эшһөйәр ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килгән. Атаһы Киров ис. колхозда (хәҙер - «Мир» йәмғиәте) алдынғы механизатор булыуы менән дан тотһа, әсәһе хужалыҡта төрлө эштәр башҡара, маҡтаулылар сафында була. Татыу ғаиләлә хеҙмәт һөйөп үҫкән ҡыҙ кескәйҙән үк тәүгәллекте ярата, һәр нимәгә яуаплы ҡарай. Ҡарабаш урта мәктәбен тамамлағас, Кушнаренко ауыл хужалығы техникумына бухгалтерлыҡҡа уҡырға инә. 1981 йылда ҡулына диплом алған йәш белгесте юллама буйынса Ҡалтасы районына ебәрәләр. Бында Чапаев ис. колхозға бухгалтер итеп тәғәйенләнә һәм биш ай эшләгәс, баш бухгалтер итеп үрләтелә.
Ошонда үҙенең ғүмерлек юлдашын – районыбыҙҙың Дөмәй ауылы егете Дилбәр Фәүҙәт улын осрата. Ул да Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы институтын тамамлап, юллама буйынса Ҡалтасылағы «Сельхозтехника» предприятиеһына управляющий урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Арытаба бар эште еренә еткереп башҡарыусы Ленаны Ҡалтасы районы ауыл хужалығы идараһына иҡтисадсы итеп алалар.
1985 йылда Ғәббәсовтар ғаиләһе тыуған Илеш районына ҡайтып, Урге Йәркәйҙә төпләнә. Тәжрибә туплаған бухгалтерға эшкә урынлашыуы ауыр булмай, ул Үрге Йәркәйҙәге проект-смета төркемендә машинист булып хеҙмәт юлын дауам итә. Арытаба уны «Илеш һыу-канализация хужалығы» ойошмаһына баш бухгалтер итеп билдәләйҙәр. Бер нисә йылдан һуң, ойошма торлаҡ коммуналь хужалығы менән берләштерелгәс, Лена Миҡдәм ҡыҙын Илеш районы буйынса дәүләт һалым инспекцияһына саҡырып алып, һалым инспекторы вазифаһын йөкләтәләр. Ҡайҙа ғына эшләһә дә, беренсе көндәрҙән үк тырышлығы, тыйнаҡлығы, һөнәренә бирелгәнлеге менән хеҙмәттәштәренең күңелен яулай. Шулай уҡ йәмәғәт сараларында актив ҡатнашыуы, иптәштәренә ярҙамсы булыуы менән коллективта тиҙ арала үҙ кеше булып китә. Ә бухгалтер эше – ауыр, йыйнаҡлыҡ талап итә торған хеҙмәт. Уны яратып, намыҫ менән башҡарғаны өсөн БР Дәүләт Һалым министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнә.
2002 йылда Иҫке Күктау ауылындағы "Урожай" хужалығы рәйесе Айҙар Мөхәрләмов баш бухгалтер вазифаһына Л.Ғәббәсованы саҡырып ала. Шул көндән алып 20 йыл ул баш бухгалтер һөнәрен башҡара. Йылдар дауамында бик күп ыңғай үҙгәрештәр кисерә хужалыҡ. Лена бында эш башлағанда, ширкәттең һалым бурысы, миллионлаған һум була. Айҙар Йыиһанша улы етәкселегендә һәм хужалыҡтың яңы командаһы ярҙамы менән ауыр хәлдән уңышлы сығып, барлыҡ бурыстар бөтөрөлә.
2019 йылдан хужалыҡ "Урожай" тоҡомсолоҡ заводы йәмғиәте итеп үҙгәртелә. 2021 йылдан үҙ һөнәре оҫтаһы Л.Ғәббәсованы йәмғиәттең генеральный директорынҙың финанс буйынса урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләйҙәр.
Бөгөнгө көндә ул баҫыусылыҡ һәм малсылыҡ продукттары – һөт, ит, ашлыҡ, мал аҙығы культураларын етештереү һәм һатыу менән шөғөлләнеүсе Көслө үҫеш алған ауыл хужалығы предприятиеһы. Һис шикһеҙ, был уңыштаҙа үҙ эшен биш бармағы кеүек белгән, конкрет, талапсан, иң мөһиме, гел яңылыҡҡа ынтылыусы Л.Ғәббәсованың да тырыш хеҙмәте өлөшө бар. Уның күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте тейешенсә баһаланып, төрлө инстанцияларҙың Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Лена Миҡдәм ҡыҙы күркәм юбилейын күтәренке кәйеф менән ҡаршылай. Шулай булмайынса, яратҡан һәм уңышлы һөнәре, иң мөһиме, – уның һәр башланғысын хуплап, йән атып тороусы ғаиләһе бар. Юбиляр шәхси тормошонда ла бәхетле: ғаиләһендә – үрнәкле ҡатын, яратҡан әсәй, һөйөклө өләсәй. Тормош иптәше Дилбәр Фәүҙәт улы Андреевка ауылындағы "Лукойл" йәмғиәтендә эшләп, лайыҡлы ялға сыҡҡан. Балалары үҫеп етеп, юғары белем алып, ғаиләләр ҡорҙолар. Улар уңыштары менән яҡындарын һөйөндөрөп кенә тора.
тормошомдан ҡәнәғәтмен. Ҡайҙа ғына эшләһәм ҙә, коллективтарҙа хеҙмәт һөйөүсән, ғөмүмән, миңә яҡшы кешеләр генә осраны. Тормош иптәшем Дилбәргә, балаларыма оло рәхмәтлемен. Минең уңыштарым да уларҙың да өлөшө ҙур. Һөнәремде бөтә күңелемде һалып башҡарҙым. Яратҡан эшең, һинең өсөн өҙөлөп тороусы ғаиләң булыу – иң ҙур бәхет, - ти Лена Миҡдәм ҡыҙы.
Бәхет һыҙғанып эшкә бирелгәндән килә, тигән һүҙҙәр нәҡ Л.Ғәббәсова тураһында әйтелгән кеүек. Хоҙайға шөкөр, доньяһы түңәрәк уның. Күңеленә ҡәнәғәтлек биргән эше, таянырга ныҡлы ғаиләһе бар. Бына шулай, яратҡан ғаиләһе, хеҙмәттәштәре араһында һөйөнөп, ҡорған доньяларының игелеген күреп, тыныс тормошта йәшәргә яҙһын үҙенә.