САРМАНАЙ
-1 °С
Облачно
Новости
19 Октября , 03:13

Ваҡыттың ҡәҙерен белеп

«Үҙәк МТС» йәмғиәтенең Илештәге филиалында майлы культураларҙы һуҡтырыу үҙ бейеклегендә ойошторолған

Добавить в предпочтительные источники Google
Ваҡыттың ҡәҙерен белепВаҡыттың ҡәҙерен белеп
Ваҡыттың ҡәҙерен белеп

 

Билдәле булыуынса, районда ағымдағы урып-йыйыу кампанияһы тамамланып килә, баҫыуҙарҙа һуңғы эштәр бара. «Үҙәк МТС» йәмғиәтенең Илештәге филиалы уңғандары ағымдағы ураҡ кампанияһын тамамлап, малдарҙы уңышлы ҡышлатыр өсөн ныҡлы аҙыҡ запасы тупланы. Бөртөклөләрҙән барлығы 9254 тонна тулайым йыйым алынды, гектар кеүәте уртаса 27 шәр  центнер тәшкил итә. Малдарҙы бай рацион нигеҙендә туҡландырыу иң мөһим бурыстарҙың береһе булып,  228 т бесән, 2265 т сенаж, 5752т силос–800 т кукуруздан карнаж, 800т һалам әҙерләнгән. Бөгөнгө көндә филиал эшсәндәре бөтә көстәрен баҫыуҙарҙы эшкәртеүгә, орлоҡ әҙерләүгә, көнбағыш һуҡтырыуға йүнәлтә.

Әйткәндәй, был культураны үҫтереүгә ныҡлы иғтибар бирелгән – ул яҡшы итеп һөрөлгән майҙандарға сәселгән. Сәсеүлектәргә культивация яһалған, етерлек күләмдә минераль ашлама индерелгән, үҫентеләр шытып сыҡҡас, рәт аралары ла юғары сифатлы итеп эшкәртелгән. Өҫтәүенә, төрлө ауырыуҙарға, бөжәктәргә ҡаршы саралар ваҡытында башҡарылған. Техник культура 1913 гектар майҙанды биләгән. Көнбағыштың “Клио”,  “Кречет” сорттары игелә. Аяҙ көндөң һәр сәғәтен һөҙөмтәле файҙаланырға тырышты ауыл уңғандары.

Әлеге культураны 8 «Нью-Холланд» комбайнында тәжрибәле механизаторҙар Динис Ғилметдинов, Алмаз Хажиев, Фәйләс Сәлимов, Илнур Ғәзизов, бертуғандар Виктор һәм Вадим Исановтар, Радмир һәм Рәмзә Фәйезовтар һуҡтырған. Ташыуҙа «КамАЗ» водителдәре Рәфис Әмирғолов, Илфат Абдуллин, Илнур Фәтхлисламов, Азамат Мәхмүтов йылдамлыҡ күрһәтә. Улар көнөнә 10-12-шәр рейс яһарға өлгөргән. Көнбағыштың уртаса уңышы гектарынан кеүәте 20 центнер тәшкил итә.

Ул Ишҡар ырҙын табағына ташыла. Бында ырҙын табағы мөдире Рәйлә Хәбирова, машинист Илнур Хәбиров, механизатор Сөләймән Әхмәтханов, эшсе Зилиә Нәғимова ҙур тырышлыҡ һала. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, игендәр ваҡытында таҙартылып, киптерелеп, келәттәргә һалынған. Киләһе йыл өсөн етерлек күләмдә орлоҡ әҙерләнә. Таҙартылған көнбағыш Бөрө элеваторына оҙатыла. Майлы культураны унда өлгөр водителдәр Наил Хафизов, Илдар Насипов, Айрат Нафиков, Илдар Николаев "МАЗ" автомашиналарында ташый. Элеваторға көн һайын 200 тоннаға яҡын көнбағыш илтелә.

Комбайн артынан йығылып ҡалған ҡамыл органик ашламаға әйләнәсәк, киләһе йылда был урында бойҙай сәсергә уйлайҙар.

Филиал хеҙмәтсәндәрен ике тапҡыр туҡландырыу ойошторолған. Ялан батырҙарына ризыҡтар ваҡытында килтерелә.

Туңға һөрөүселәр лә  һынатмай, был эш бер сменала ойошторолған. Ҡеүәтле тракторҙарҙы хеҙмәтләндереүсе булдыҡлы механизаторҙар Батыр Тажетдинов, Рәфис Ғәббәсов, Әнис Шәйхразиев көндө төнгә ялғап хезмәт һала.

Шулай уҡ филиал эшсәндәре киләһе йыл уңышын ҡайғырталар: был йәһәттән ер ҡуйынына арыш һәм ужым бойҙайы һалынған. Көҙғөлөккә сәсүҙе тәжрибәле механизаторҙар Илдус Шафиков менән Азамат Тажетдинов башҡарған.

Ғөмүмән, ирешелгәндәре үрнәк итеп ҡуйырлыҡ, иген ҡырҙары – һоҡланырлыҡ. Уртаҡ тырышлыҡ менән келәттәре иген менән тулы, малдарға етерлек күләмдә мал аҙығы тупланған.

Ваҡыттың ҡәҙерен белеп
Ваҡыттың ҡәҙерен белеп
Ваҡыттың ҡәҙерен белеп
Ваҡыттың ҡәҙерен белеп
Ваҡыттың ҡәҙерен белеп
Автор:Лира   Гәрәева
Читайте нас