САРМАНАЙ
+7 °С
Ясно
Новости
12 Октября , 05:55

Сайттар бик рәхмәтле

Башҡортостанда 2021 йылдың март айынан «Атайсал» проекты старт алып, ул кесе Ватанға ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген бирә. Проект Башҡортостан Республикаһынан сыҡҡан кешеләрҙе берләштереүгә йүнәлтелгән. Улар үҙ мөмкинлектәренә ярашлы рәүештә, кесе Ватандарында төрлө ағымдағы проблемаларҙы хәл итергә булыша.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сайттар бик рәхмәтлеСайттар бик рәхмәтле
Сайттар бик рәхмәтле

 

Шундай кешеләрҙең береһе — Рсай ауылы үҫешендә актив ҡатнашыусы «Урал» йәмғиәтенең генеральный директоры Елена Ибраһимова.Ул һәр йыл һайын ауылыбыҙҙы йәмләүҙә, төҙөкләндереүҙә ситтә ҡалмай, лайыҡлы өлөш индерә.

Ағымдағы йылда Елена Роберт ҡыҙы Рсай ауылы мәҙәниәт йорто тирәһен төҙөкләндереүгә финанслата ярҙам күрһәтеп, 400 мең һум аҡса индерҙе. Әлеге аҡса асфальт түшәүгә тотонолдо. Был, үҙ сиратында, ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырҙы. Уның ошо ғәмәле — бары тик матди ярҙам генә түгел, ә мәҙәни мираҫҡа хөрмәт һәм туған төбәге алдында социаль яуаплылыҡ билдәһе лә. Әлеге ғәмәлдәр «Атайсал» проектының конкрет проблемаларҙы хәл итергә нисек ярҙам итеүен һәм тыуған төбәктең ыңғай имиджын формалаштырып, уның социаль-иҡтисади тотороҡлолоғон нығытыуын күрһәтә.

Бынан тыш, "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһы тарафынан индерелгән "Эшлекле ғәмәлдәр" программаһы ҡыҫаларында Рсай ауылы мәҙәниәт йорто алдында яңы ҡоймалар ҡойолдо.

Бәләкәй Ватанына, уның үҫешенә, киләсәк яҙмышына битараф булмаған Елена Робет ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Тыуып үҫкән йәки яҡын күргән ереңә ниндәй ҙә булһа ярҙам күрһәтеү, әлбиттә, бары тик маҡтауға, рәхмәткә лайыҡ.

 

Автор:Рузилә Нәзирова. Рсай ауылы.
Читайте нас