САРМАНАЙ
+16 °С
Ясно
Новости
19 Сентября , 06:05

Беҙҙе һөйөндөрөп йәшә

Әсәйҙәрҙең генә йомшаҡ, хәстәрлекле, иркәләүсе ҡулдары, уларҙың ғына иң изге, саф, барыһын да үҙе аша үткәреүсе йөрәге бар. Һәм унда бер ҡасан да наҙ, һөйөү һүнмәй. Ҡасан, нисек кенә ауыр булмаһын, беҙ уларға һыйынабыҙ, ярҙам көтәбеҙ. Һәрваҡыт уңыштарыбыҙ өсөн шатланып, ҡайғыларыбыҙҙы уртаҡлашып йәшәгән ҡәҙерле кешебеҙгә әсәй тейеп, наҙлап әйтәбеҙ. Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ – әсәйебеҙ Нәжибә Маликова. Иң матур сифаттарҙы үҙенә йыйған: хеҙмәт һөйөүсән, тырыш, уңған, сабыр, шуға күрә лә ул беҙгә тормошта терәк, таяныс булып тора, ә аҡыллы кәңәштәре – һәр ваҡыт кәрәк һәм ярҙамсы.

Беҙҙе һөйөндөрөп йәшәБеҙҙе һөйөндөрөп йәшә
Беҙҙе һөйөндөрөп йәшә

 

Әсәйебеҙ Нәжибә Мирзанур ҡыҙы 1946 йылдың 2 сентябрендә Аҡтаныш районы Сураҡай ауылында донъяға килә. Кескенәнән үк аҡыллы, тырыш, хеҙмәт һөйөүсән булып үҫә.

Ҡәҙерлебеҙ буласаҡ тормош иптәше – атайыбыҙ менән Ҡаҙыр ауылына ҡунаҡҡа килгәс таныша. Бер күреүҙән күҙе төшә  Ғилмеразыйҙың уттай янып торған ҡыҙға. Шул рәүешле, егет 1964 йылда ергә аҡ юрған ябылған ҡыш миҙгеленең февраль айында уны килен итеп алып ҡайта. Килен булып төшкәндең иң тәүге көнөнән үк тормош иптәшенең әсәһе үҙ ҡыҙы кеүек ҡабул итә. Шул рәүешле, әсәйебеҙ ҡайнанаһы менән һүҙмә килешмәй 40 йыл татыу ғүмер кисерә. Уны ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, һуңғы юлға оҙата. Әсәйем дүрт тиҫтәгә яҡын М.Горький ис. колхозда малсылыҡ тармағында тир түгеп, лайыҡлы ялға сыға. Ҡәҙерлебеҙ ҡайҙа ғына эшләһә лә оло хөрмәткә, ихтирамға лайыҡ кеше булды.

Атайыбыҙ барлыҡ ғүмерен тыуған еренә – М.Горький ис. колхозға бағышлап, комбайнсы һәм тракторсы булып тир түгә. Бөгөн дә һағынып иҫкә ала хеҙмәт ветераны ең һыҙғанып эшләгән саҡтарын. Һағынмаҫлыҡ мени, лайыҡлы ялға сыҡҡансы ни тиклем баҫыуҙарҙы иңләй ул. Ошо ғүмер эсендә Ҡаҙыр бригадаһы баҫыуҙарында иген һуҡтырҙы, ни тиклем ер һөрҙө икән? Быны әйтеүе ауыр. Уның ҡарауы комбайны, тракторы гел төҙөк була. Яҙғы-көҙгө баҫыу эштәрен ваҡытында башҡарып, йылдың-йылына ҙур уңыш үҫтерә, яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә. Ҡайҙа ғына хеҙмәт һалһа ла тырышлығы, төгәллеге, өлгөрлөгө менән айырылып тора.

Ҡәҙерлеләрем һәр ваҡыт маҡтаулылар сафында булып, хужалыҡтың отчет йыйылыштарында бүләкләнделәр. Быға һис тә кенә лә аптырайһы юҡ, сөнки әлеге быуын кешеләре тыуған яҡҡа – ауылға, колхозға хеҙмәт итеүҙе бар нимәнән өҫтөн күрҙе. Сер түгел, үҙҙәренең шәхси дөньяһы, мал-тыуары, бала-сағалары икенсе планға ҡуйылды. Өҫтәлдә икмәк, һөт-катык, ит булһын, ауыл хужалығы эшкәртеү продукттары буйынса пландар үтәлһен – бына шулай, тип фекер йөрөттө ул заман кешеләре.

Биш балаға – Рәмилә (мин), Фәнзил, Дифҡәт, Ғүзәллиә, Физәлиәгә ғүмер бүләк иттеләр. Биш баланы аяҡҡа баҫтырып сығарыу ҡәҙерле кешеләребеҙгә еңелдән булмағандыр. Аллаға шөкөр, барыбыҙ ла – тормошло, тейешле белем алып, үҙебеҙҙең яратҡан һөнәрҙәребеҙ буйынса эшләйбеҙ.

Бына 62 йылға яҡын улар ауыр миҙгелдәрҙә бер-береһенә терәк-таяныс булып, ҡайғыһын да, шатлығын да уртаҡлашып, матур, күркәм ғүмер кисерә. Кадерлеларем бриллиант туйҙарын билдәләгән йылда хөрмәтләнеп, «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы һәм Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.

Тыуған йортобоҙҙа бик йыш ҡунаҡ булырға тырышабыҙ. Өй эсендәге йәм, бөхтәлек - барыһы да әсәйебеҙҙең тырышлығы. Ярҙамсыллыҡ, изге күңеллелек кеүек сифаттар ла биҙәй уны. Тәмләп, татлы ризыктар менән дә һыйлап ҡына тора ул беҙҙе. Яратып, тәмләп ашауыбыҙҙы күреп, балаларса бер ҡатлылыҡ менән шатлана. Беҙҙең өсөн йортобоҙҙоң алиһәһе булһаң, башҡалар өсөн һин – ярҙамсыл, тормошҡа ғашиҡ, оҫта ҡуллы, баҫалҡы, аҡыллы һәм нескә күңелле гүзәл затһың, әсәйем.

Әсәй... Беҙ ҙә, һинең кеүек, үҙеңде ни дәрәжәлә яратыуыбыҙҙы һүҙҙәр менән генә әйтеп бөтөрә алмайбыҙ. Мәңге яныңда ла була алмайбыҙ, шулай ҙа һинең яҡты йөҙөң гел күҙ алдыбыҙҙа. 80 йәшеңде тултырғанда һиңә бар изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ: сәләмәт, имен, әткәй менән тигеҙ ғүмерҙәр.

Барлыҡ балалары исеменән Рәмилә Шәмсиева.

Ҡаҙыр ауылы.

 

Автор:
Читайте нас