

Лүзә Биктимер ҡыҙы матур тәбиғәтле Шәммәт ауылында тыуып-үҫкән. Үҙен белә башлағандан алып хеҙмәттең тәмен татып үҫә ул. Күп балалы Солтановтар ғаиләһендә уға хеҙмәт әлифбаһын төшөндөрөүселәр күп була. Лүзә апай бала сағы, үҫмерлек осороның шул замандарға хас булған бөтә мәшәҡәттәрен үҙ елкәһендә күтәрә – йәйҙәрен колхоз баҫыуында мәк, сөгөлдөр утау кеүек эштәрҙә ҡатнаша.
Лүзә Биктимер ҡыҙы Шәммәт башланғыс, Аҡкүҙ ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, колхозда ашнаксы булып эшләй башлай. 1952 йылда Өфөгә китеп, тегеү артелендә хеҙмәт юлын дауам итә.
Әммә яҙмыш елдәре 1960 йылда уны ике балаһы менән ҡабат тыуған яғына ҡайтара. Шәммәт ауылы клубына мөдир булып урынлаша. Йәш балалар менән кисен эшләп йөрөү ауырға тура килә. 1962 йылдың көҙөндә бригаданың һарыҡ үрсетеү фермаһына эшкә төшә. Бында эшләү дәүерендә һарыҡ бәрәстәре алыу буйынса рекорд ҡуйып, ике йыл рәттән районда беренселеккә сыға коллектив. Арытаба һауынсы булып күсә. 1991 йылда пенсияға сыға. Унан һуң тағы ла колхозда төрлө эштәрҙә йөрөй. Урып-йыйыу ваҡыттарында ырҙын табағында эшләй.
1974 йылда ТР-ның Аҡтаныш районы Айыш ауылы егете Ринат Әҙиәтуллин менән икенсегә ғаилә ҡора. Ҡыҙҙары Раушания менән Тәнзилә тыуа. Дүрт баланы уҡытып, тәрбиәләп оло тормош юлына сығаралар.
Лайыҡлы ялға сыҡҡас та ҡул ҡаушырып ултырмай ул. Йәш сағында уҡ яратҡан шөғөлө булған сигеү сигә, джемпер, свитерҙар, ойоҡбаш-бейәләйҙәр бәйләй, төрлө сигеү үрнәктәренән картиналар эшләй башлай. Төҫлө шәлкем ептәренән күҙ яуын алырлыҡ эшләнмәләр килеп сыға. Урыҫ, татар, сыуаш халыҡтарының орнаменттары үрнәгендә әтәстәр, болан, сабыш аты, төрлө сәскәләр биҙәй уның өй түрен. Әйткәндәй, "Ат" картинаһы менән 2014 йылда Үрге Йәркәйҙә башҡорт этник мәҙәниәтенең һәм заман сәнғәтенең "Ауаҙ" асыҡ күп жанрлы фестивалендә лауреат була. 90 йәшен тултырып барғанда ла бәйләм энәһе, ырғағы ҡулынан төшөрмәй.
Ауыр ҡайғыларға бирешмәйенсә (бер нисә йыл элек бер-бер артлы ике улын юғалтты), ауыр һынауҙарҙы күтәреп, төҫ ташламай, бик матур йәшәп ята әле ул бөгөн дә, 9 ейән-ейәнсәренә өләсәй булып ҡала.
Яҡында йәшәүсе ике ҡыҙы, ейән-әйәнсәрҙәре даими хәл белеп, ярҙам ҡулы һуҙып торалар. Килене Гөлназ әйтеүенсә, кем керһә лә ишектәре асыҡ. Һау - сәләмәт булып, киләсәк ғүмерен яҡындары йәнәшәһендә ҡәҙер-хөрмәттә генә йәшәргә яҙһын уға.
Әнфисә Шәйемова.
Шәммәт ауылы
Лүзә Биктимер ҡыҙы ейәнсәре менән