

Беҙ килгәндә «Мир» йәмғиәтенең һап-һары бойҙай баҫыуында ысын мәғәнәһендә ҡыҙыу ураҡ өҫтө бара ине. Биш «ACROS», ике «Палессе» комбайдары, әйтерһең лә диңгеҙҙәге ҡорабтар – билдәле бер тиҙлек менән ашыҡмай-ҡабаланмай ғына арпа һуҡтыралар. Бункерҙар тулыу менән сиратта торған йөк машиналары тиҙ генә килеп етә. Бында «КамАЗ» автомашиналарында тәжрибәле, оҫта водителдәр өлгөрлөк күрһәтә. Баҫыуҙар таҙа, эш шул ҡәҙәрле комплекслы, еренә еткерелеп ойошторолған, уны шул дәрәжәлә юғары сифатлы итеп, юғалтыуҙарһыҙ башҡарырға ла ынтылалар.
Баш агроном Айҙар Сабиров үҙе лә гел комбайнсылар янында.
“Игендәр быйыл яҡшы өлгөрҙө, ямғырҙар ғына механизаторҙарҙың эшен ҡатмарлаштыра шул. Шуға ҡарамаҫтан, игендәрҙе ваҡытында йыйып алыр өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ. Бының өсөн хужалыҡта оҫта ҡуллы, тәжрибәле механизаторҙар ҙа, техника ла бар", – ти баш агроном.
Иртәнән кискә тиклем тир түккән игенсенең фиҙаҡәр хеҙмәтенә баш эйерлек. Бында ниндәй уңған игенселәр эшләй бында: Флорис Закиров, Илмир Вәлиуллин, Вилсур Йәмилов, комбайнсылар Фикус Заһиров, Илнур Мостафин, Илгизәр Сафиуллин, Таһир Шәрәфуллин, Таһир Сәфиуллин, Фирҙәт Ситдиҡов, Рәсих Сираев, водителдәр Әлфит Насруллин, Роберт Заһиҙуллин, Илдар Ғафаров, Ирек Ямалов, Рафиҡ Хәләпов, Рөстәм Заһиҙуллин, Роберт Заһиҙуллин, Айрат Иҙрисов, Динар Рамазанов, Илгизәр Йәмилов.
Һаламдары комбайндар артынан тураҡланып бара, кәрәк тиклеме рулонға уралып ферма янына ҡайтарыла. Йәмғиәттә һәр тарафта сәмле хеҙмәт ҡайнай. Уңышы йыйылған баҫыуҙар һөрөлөп бара. Ер һөрөүҙә булдыҡлы механизаторҙар Салауат Ғабдрахманов, Нияз Фәттәхов, Вәсил Сәфиуллин, Флорис Закиров, Рәдис Хәләпов тырышлыҡ күрһәтә. Һаламды Әсхәт Ғилметдинов менән Фидан Закиров рулондарға төрә, водителдәр Илфат Закиров менән Данил Вәлитов ферма ташый. Яңы уңышҡа ужым бойҙайы 215 гектарҙа сәселә. Ошо мөһим эш тәжрибәле хеҙмәтсәндәр Рөстәм Шәрәфуллин, Айрат Иҙрисов, Роберт Заһиҙуллинға ышанып тапшырылған. 180 гектарҙа рапс уңышына нигеҙ һалынып, уны уңған механизаторҙар Вәсил Сәфиуллин менән Флорис Закиров башҡарып сыҡҡан.
Яңы Күктау, Ҡарабаш, Иштирәк ырҙын табаҡтарында үтә мәшәҡәтле саҡ. Бында – тауҙай иген көшөлдәре. Көн дауамында ҡайтып торған икмәкте урынлаштырыу буйынса проблемалар юҡ бында. Улар ваҡытында таҙартылып, келәттәргә һалына. Яңы Күктау ырҙын табағы табағы мөдире Юныс Рәхмәтуллин, киптергес операторы Фәнис Баязитов, "ЗАВ" машинисы Нәүфәл Рәхмәтуллин, үлсәүсе Фиҙаһиә Шәйхәлиева, водитель Илгиз Ғәлиуллин үҙ бурыстарын яуаплы башҡара.
Йәмғиәттә барлыҡ комбайнсылар һәм водительдәр тип әйтерлек – тәжрибәле хеҙмәтсәндәр, эштәрен яҡшы белә. Техника ватылу осрағына ремонтсылар әҙер. Уларҙың машинаһы генератор, иретеп йәбештереү, запас частар менән йыһазландырылған. Баҫыу эшсәндәре өсөн ҡайнар туҡланыу ойошторолған. Бер һүҙ менән әйткәндә, туҡтауһыҙ эшләр өсөн бөтәһе лә ҡаралган.
Лира Гәрәева.
4)Яңы Күктау ырҙын т табағында (һулдан уңға) Фиҙаһиә Шәйхәлиева менән Илгиз Ғәлиуллин
5)Киптергес операторы (һулдан уңға) Фанис Баязитов, ырҙын табағы мөҙире Юныс Рәхмәтуллин, "ЗАВ" машинисты Нәүфәл Рәхмәтуллин