

–Бал ҡорттары менән шөғөлләнеүем яҡынса етенсе синыфтан башланды. Умартасылыҡ – ғаиләбеҙ эше. Ата-әсәйем бернисә умартасы тота ине. Улар иртәнән эштә булды, ә бал ҡорттары тураһында хәстәрлек күреү миңә йөкмәтелде. Шулай итеп умартасылыҡ нигеҙҙәрен өйрәнә башланым, – ти Фидел.
Ул армия хеҙмәтен Афғанстанда үтә. Демобилизацияланғандан һуң туған яғына ҡайтҡан кисәге һалдат Михайловка ҡасабаһындағы училищеға умартасыға уҡырға инә. Һуңынан тәжрибә хужалығында умартасы булып хеҙмәт һала. Ф. Саттаровты үҙ эшенен оҫтаһы тип ышаныслы әйтеп була.
Уның умарталығы Яппар ауылында урынлашҡан. Бында урман бар, йүкә ағастары һәм төрлө үләндәр күп, шуға күрә бал ҡорттарына эш етәрлек. Тырыш бал ҡорттары төрлө үҫемлектәрҙән нектар һәм һеркә йыялар, шуға тупланған балдың тәме лә төрлө һәм сифаты ла үҙенсәлекле була.
–Быйылғы йыл умартасылар өсөн ниндәй булды? – тип һораным.
–Йыл ғәҙәти башланған кеүек ине, ләкин һауа шарттары арҡаһында уңышлы булды, тип әйтеп булмай. Шулай ҙа бал бар һәм ул етерлек. Татлы ризыҡ йыйыу сезоны тамамланды. Хәҙер бал ҡорттарының хәл-торошон тикшерә башланыҡ, уларҙы ҡышлатырға әҙерләнәсәкбеҙ, – тип яуап бирҙе Фидел Нәзит улы.
Яҙмам геройы йылдар дауамында туплаған ҙур тәжрибәһен башҡалар менән дә рәхәтләнеп уртаҡлаша. Әйткәндәй, уның әлеге матур кәсепте дауам итеүсе төрлө йәштәрҙәге уҡыусылары күп.
–Умартасылыҡ – күп көс талап итеүсе һәм ауыр хеҙмәт. Барыһын да билдәле график буйынса эшләргә, шулай уҡ һауа торошона яйлаша белергә кәрәк. Умартасылыҡ менән шөғөлләнеү – минең төп яратҡан шөғөлөм һәм йәшәү рәүешем, – тип тамамланы һүҙен әңгәмәләшем.