

Яҙмам геройы билдәләүенсә, был ҡәҙәр оҙаҡ йәшәргә иҫәп тотмаған. Ин күбе – 80 йәш. Ләкин Аллаһы Тәғәлә уға ҡатмарлы, шул уҡ ваҡытта ваҡиғаларға бай оҙон ғүмер бүләк итә. Быларҙан тыш, Ғәфирә әбей әлегә ҡәҙәр тормошто яратыу хисен, башҡаларға ҡарата ярҙамсыл булыу сифатын һәм айыҡ аҡылын һаҡлай алған.
Ғәфирә Иҫке Туҡмаҡлы ауылында тыуып-үҫә, шунда уҡ ғүмерен үткәрә. Кескәйҙән хеҙмәткә күнеккән ҡыҙ бер ниндәй эштән дә ҡурҡмай. Шуға ла ата-әсәһенә йорт һәм хужалыҡ эштәрендә ярҙамлашып үҫә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ул Кушнаренко педагогия училищеһын тамамларға өлгөрә. Хеҙмәт юлын туған мәктәбендә башлай. Бында беренсе көндәрҙән үк үҙен ысын уҡытыусы итеп таныта: дәрес материалын балаларға биреүҙән алып етди ҡиәфәте һәм уҡыусылар менән һөйләшеү стиленә ҡәҙәр. Ил өсөн ин ҡурҡыныс осор башлана һәм һәр кем Ватаныбыҙға нисек булдыра ала, шулай ярҙам итергә тырыша. Йәш уҡытыусы ла ситтә ҡалмай.
–Был йылдарҙа кем генә булып, ҡайҙа ғына эшләмәнек. Баҫыуҙарҙа урып-йыуҙы тамамлау менән ерҙе һөрә башлайбыҙ. Тәүлек әйләнәһенә яланда булырға тура килде. Әммә арығанлыҡ тураһында ул ваҡытта бер кем дә уйламаны. Барыһы ла аҡтыҡҡы көстәренән булһа ла, Еңеүгә өлөш индерергә ашҡынды. Шуға был һуғышта еңеп сыға адыҡ та инде, – тип иҫкә ала һуғыш йылдарын Ғәфирә Хәмәдрийәл ҡыҙы.
Уның хеҙмәт юлы ярты быуаттан артығыраҡҡа һуҙыла. Ғүмерен мәктәпкә һәм балалар уҡытыуға бағышлай. Ҡайһы ваҡыт был ғаилә тормошона ла ауырлыҡтар килтерә, улар тормош иптәше фронтовик менән ҡыҙ һәм ул тәрбиәләйҙәр. Төп эшенән тыш, ул ваҡыттағы уҡытыусылар агитация эше лә алып баралар, Гөлфирә ханым да улар сафында була.
Ғүмер буйына эшләгән мәктәбе һәм уҡыусылары хаҡында Г. Сәйәпова күп һөйләй ала. Һәр кем һоҡланырлыҡ йәшкә етһә лә, иҫ киткес хәтергә эйә. Уҡыусыларын барыһын да исемләп белә, бөгөнгәсә уларҙың яҙмышы менән ҡыҙыҡһынып тора. Күптәре баҡыйлыҡҡа күсһә лә, хеҙмәттәштәрен дә онотмай. Һәр ваҡиғаны теүәл иҫтә тота. Ә бит күп кенә бөгөнгө замандаштарыбыҙ бер нисә көн элек булғанды ла онота һәм хәтерҙәре менән маҡтана алмай.
Г. Сәйәпованы ауылдаштары ла хөрмәт итә, уҡыусылары ярата, ата-әсәләр ихтирам итә. Бының шулай булыуы тураһында уҡыусыларыбыҙҙың яҙмалары дәлилләй. Бер нисә көн элек уның хаҡында бәләкәй генә мәҡәлә яҙып элгәйнек һәм шул тиклем күп яуап хаттары алдыҡ.
Һәм бөгөн, үткән йылдарҙы иҫкә алып, ул ышаныс менән нәҡ ауыл уҡытыусыһы булып эшләүе уның һөнәри эшсәнлегендә иң мөһим һәм иҫ киткес нәмә булды, тип әйтә ала.
Тормош иптәше Тәлғәт Мамалим улы менән бәхетле тормош юлы үтә. Илле йылдан артыҡ улар шатлығын да, ҡайғыһын да бергә бүлешәләр. Хәҙер тантана сәбәпсеһе ҡыҙы тәрбиәһендә бәхетле тормош менән йәшәй. Ғәфирә әбей күҙлекһеҙ уҡый, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡолаҡтары ғына насарыраҡ ишетә. Яҡын кешеләре, ейән-ейәнсәрҙәре хәстәрен күреп йәшәүсе ҡартәсәй дүрт ейәне һәм алты ейәнсәренә һөйөнә. Уның хәлен һуңғылары йыш белеп тора.
–Тимәк, яҙмышыма шулай яҙылғандыр, күрәһең. Тормошоңда нимә менән осрашырға тура килмәһен, башыңа ниндәй генә ауырлыҡтар төшмәһен, һәр ваҡыт ғаиләң тураһында уйларға, балаларыңды яратырға кәрәклеген беләм. Беҙҙең яҡындарыбыҙ – ерҙәге иң ҡиммәтле, иң ҡәҙерле нәмә, – тип һөйләне Гөлфирә әбей.
Ғ. Сәйәпова – тормошто яратыу һәм кесе Ватанына ҡарата мөхәббәттең асыҡ миҫалы. Ул быны үҙ ғүмере, хеҙмәте, балалар тәрбиәләүе менән иҫбатланы. Уның ғүмере тулы бер быуатты үҙ эсенә алған. Колхозлашыу, дәһшәтле һуғыш һәм ауыр һуғыштан һуңғы йылдар. Бындай ҡатларлы яҙмыш юлын үтеп, Ғәфирә Хәмәдрийәл ҡыҙы кеше булып ҡала алған. Балаларына, ейән һәм ейәнсәрҙәренә ул: “Бер кемдән дә көнләшмәгеҙ, барыһына ла үҙ көсөгөҙ менән ирешегеҙ, кешеләргә намыҫлы хеҙмәт итегеҙ”, – тип кәңәш бирә.
Тулы бер быуат, хатта унан да күберәк – 104 йәшкә етеүсе шәхесте күрә алыуыма шатмын. Бер быуаттан артыҡ йәшәү ябай һүҙҙәр генә түгел, был – уның тормошо. Сәләмәт булығыҙ, көндәрегеҙ аяҙ булһын, үткәндәрҙе һағынып иҫкә төшөрөп, 105 йәште лә ҡаршылайыҡ әле!