

2022 йылдан алып 8 июль илебеҙҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролок көнө булараҡ билдәләп үтелә. Быйыл ул республикабыҙҙа иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылы менән ауаҙҙаш булараҡ уҙғарыла. Күркәм байрам уңайынан төп рәсми саралар ғәҙәттәгесә Бөрө ҡалаһында үтте. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров һәм тормош иптәше Каринэ ханым ҡатнашты. Бында күп балалы ғаиләләр, алтын юбилейҙарын билдәләүсе парҙар, яңы ғына ғаилә тормошо юлдарын башлаған йәш парҙар һәм киләһе быуындар өсөн иң яҡшы өлгө булып торған ата әсәләр хөрмәтләнде. Был көн Дүртөйлө районы өсөн дә ысын мәғәнәһендә иҫтәлекле булды. Республика Башлығы Указы менән Дүртөйлөгә «Ғаиләгә һәм балаларға дуҫ ҡала» тигән маҡтаулы исем бирелде. Радий Фәрит улы брендлы ҡала хакимиәте етәксеһе Илмир Рәфит улы Гәрәевҡа тапшырҙы. Муниципалитет почетлы статусҡа ҡала мөхитенең сифатын баһалау һәм республика халҡынан һораштырыу һөҙөм тәләре буйынса лайыҡ булды. Эксперттар балаларҙы тәрбиәләү шарттарын, мәғарифты, һаулыҡ һаҡлауҙы, мәҙәниәтте, социаль ярҙамды үҫтереүҙе, шулай уҡ хәүефһеҙлекте һәм төҙөкләндереүҙе иҫәпкә алған. Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Сәғәҙәтулла улы Йосопов байрам көнөндә бөтә Рәсәй «Йыл ғаиләһе» конкурсының республика этабында ҡатнашҡан күп балалы ике ғаилә менән осрашып, уларға Дипломдар тапшырды. Өс балалы Артур һәм Гүзәл Миңнехановтар ғаиләһе үҙҙәренең берҙәмлеге менән көслө, унда һәр кем йылылыҡ, хәстәрлек һәм сикһеҙ мөхәббәт менән солғап алынған. Яҡшы уҡыуҙарынан тыш, өлкән улдары Әнүәр актив рәүештә спорт менән шөғөлләнә. Ҡыҙҙары Айгизә матур итеп һүрәт төшөрә, уның эштәре бернисә тапҡыр конкурстарҙа призлы урындар яулай. Төпсөктәре Азаматта бик аҡыллы, тырыш, зирәк егет булып үҫеп килә. Балаларҙы тәрбиәләүҙә өләсәйҙәре Раина ханым да һәр ваҡыт яҡшы һүҙ һәм эшлекле кәңәше менән ярҙам итеп тора. Рөстәм һәм Елена Хәмәтйәновтар ғаиләһе ижадҡа һәм ғөрөф-ғәҙәттәргә тоғролоҡтоң, быуындан-быуынға милли мирас күсеүенең яҡты бер миҫалы булып тора. Ғаилә башлығы күп йылдар мәҙәниәт тармағын да хеҙмәт һала. Тормош иптәше Өсбүлә ауылы мәҙәниәт йорто етәксеһе булып эшләй, 2026 йылда «Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре» конкурсында еңеүсе тип табыла. Өлкән ҡыҙҙары Ирина матур, моңло тауышы менән тамашасыларҙы әсир итһә, ире Аликта йырсы, тауыш режиссе Дүртөйлөлә күркәм ғаиләләр күпры булараҡ күптәргә таныш, улар артынан ҡыҙҙары Аринала кесе йәшенән сәхнәгә ғашиҡ булып үҫә. Хәмәтйәновтарҙың уртансы ҡыҙҙары Юлиә, әсәһенә ярҙамлашып, ауылда бейеү коллективы менән етәкселек итә һәм бейеүҙәр сәхнәләштерә. Кесе улдары Артем – район мәҙәниәт йортоноң “Сөмбөл” халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, ул да тормошон бейеү сәнғәте менән бәйләргә уйлай. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө район мәҙәниәт йорто майҙанында үткәрелгән сағыу концерт һәм район оҫталарының ҡул эштәре күргәҙмәләре, төрлө мастеркластар менән тамамланды.