

“Башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәт дәрестәрен дә тел һәм телмәр компетенцияһын формалаштырыуҙа заманса алымдар һәм технологиялар" тип исемләнгән методик семинарҙа төрлө райондарҙан килгән туған телдәр буйынса методистар, район һәм ҡала методик берләшмәләре етәкселәре, башҡорт һәм башҡа туған телдәр уҡытыусылары ҡатнашты. Семинар Үрге Йәркәйҙәге беренсе һанлы гимназия базаһында башланып китте. Ҡунаҡтар Башҡортостан Башлығы грантына йыһазландырылған кабинет-лаборатория менән танышты. Әлбиттә, семинарҙа ҡатнашыусылар кабинеттағы бай материал менән генә танышып ҡалманылар, ә студент йылдарына ла әйләнеп ҡайттылар. Сөнки ҡунаҡтар араһында С.Ш.Поварисовтың уҡыусылары күп ине, хатта бергә эшләгән хеҙмәттәштәрелә килгәйне. Улар Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһын йылы хәтирәләр менән иҫкә алды. Күптәр Роберт Миңнуллиндың бай, матур шиғри теленә һоҡланыуҙарын йәшермәне, Ә.Баяндың ижады менән ҡыҙыҡһындылар. Кабинет мөдире С. Х.Исламғәлиева ҡунаҡтарҙың һорауҙарына яуап тар бирҙе, әҙиптәрҙең шәхси әйберҙәре менән дә таныш тырҙы. Артабан семинар яҡташыбыҙ, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Ғайса улы Гәрәевтың музейында дауам итте. Семинарҙа ҡатнашыусыларҙы хакимәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы В.Р.Нуриев, мәғариф идараһы начальнигы Г.Ф.Кашапова сәләмләне. Ә балалалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнгән уҡыусыларҙың сығышы тарих төп көлдәренә әйләнеп ҡайтырға мәжбүр итте. Сөнки уҡыусылар үҙ сығыштарында ҡыҙыл галстуклы пионер ойошмаһының хәрәкәтен һүрәтләгән композиция тәҡдим итте. Семинарҙа ҡатнашыусылар уҡыусыларға ла, бейеүҙе ҡуйған уҡытыусыларға ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр, иҫтәлеккә фоторәсемгә төштөләр. Әлбиттә, Муса Гәрәев музейындағы бай, йөкмәткеле материал бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Пленар өлөш Бишҡурай мәктәбендә дауам итте. Ул онлайн форматта мәғариф министрлығының милли белем биреү бүлеге начальнигы Р.Р.Сәфиуллина, МҮИ башҡорт һәм башҡа туған телдәр кафедраһы мөдире вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Л.Р.Кирәеваның сәләмләүҙәре менән башланып китте. Семинар тәжрибә уртаҡлашыу һәм туған телдәрҙе һәм әҙәбиәтте уҡытыуҙа яңы һөҙөмтәле алымдар эҙләү өсөн ҡиммәтле майҙансыҡ булып торҙо, сөнки бында яҡтыртылған темалар төрлө йүнәлештәргә ҡағылды. Башҡортостан Республикаһы Мәғарифте үҫтереү институты башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы доценты, филология фәндәре кандидаты Зөбәржәт Фәнил ҡыҙы Шәйхисламова уҡыусыларҙы төбәк-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһына әҙерләү методикаһы менән уртаҡлашты, Өфө тимер юл транспорты техникумының немец теле уҡытыусыһы Әлиә Самат ҡыҙы Ноғоманова уҡыусыларҙы патриотик рухта тәрбиәләү хаҡында Муса Гәрәевтең тормош юлы миҫалында һөйләне, Баҙытамаҡ ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Илмера Ғәлиәкрәм ҡыҙы Ахунова уҡыусыларҙы төрлө кимәлдәге предмет олимпиадаларына әҙерләү үҙенсәлектәрен яҡтыртты, Тәтешле районы туған телдәр һәм әҙәбиәттәр уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе Эльвира Риф ҡыҙы Муллайәрова лицей телевидениеһының уҡыусыларҙа туған телгә һөйөү, рухи-әхләҡи ҡиммәттәр һәм патриотизм тәрбиәләүҙәге ролен тәҡдим итте, Өфө районы Миловка ауылы «Гармония» мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зинфира Шәрифйән ҡыҙы Ишкилдина туған тел һәм әҙәбиәт дәрес тәрендә бәйләнешле телмәр үҫтереү темаһына ҡағылды, Өфө районы Миловка ауылы «Гармония» мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нәзилә Рәзиф ҡыҙы Хәбибуллина башҡорт теле дәрестәрендә уйын алымдары ярҙамында туған телгә һәм әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү тәжрибәһе менән уртаҡлашты, Ҡырмыҫҡалы районы Ефрем кин ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең сыуаш теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Людмила Николаевна Павлова сыуаш әҙәбиәте дәрестәрендә «Блум кубигын» инновацион алым булараҡ ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты, Дүртөйлө ҡалаһының Н.Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Руфина Зәки ҡыҙы Камалова башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың лингвистик һәм коммуникатив компетенцияларын үҫтереү хаҡында һөйләне, шулай уҡ башҡорт теле буйынса имти хандарға әҙерләнеү өсөн электрон тренажер тәҡдим итте, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедра һының өлкән уҡытыусыһы Руслан Флүр улы Сөләймәнов туған телдәр һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының мәғариф өлкәһендәге тәжрибәләрен йомғаҡланы. Семинарҙы М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның төрки һәм көнсығыш филологияһы кафедраһы һәм Башҡортостан Республикаһы мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы доценты Раушания Абдулхаҡ ҡыҙы Солтанаева алып барҙы. Пленар өлөштәге һәр сығыштан семинарҙа ҡатнашыусылар үҙҙәре өсөн бик күп кәрәкле материалдар алғандыр, тип ышанабыҙ. Сөнки сығыш яһау сылар ентекле әҙерләнгән, үҙ эшсәнлек тәжрибәләрендә ҡулланған алымдар менән уртаҡлашты. Семинарҙа алған материалдар артабан туған телдәрҙе уҡытыуҙың сифатын тағы ла юғарыраҡ күтәрергә ярҙам итер. Артабан семинар Ташшишмә ауылындағы Муса Гәрәевтың музейында дауам итте. Музейҙа Бишҡурай мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Р.Р.Хәҙимулли на Геройҙың тормошонда булған ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, фәһемле осрашыуҙар, иҫтәлекле ваҡиғалар тураһында һөйләне, музейҙа тупланған материалдар менән таныштырҙы. Семинар Герой шишмәһе янында тамам ланды. Илеш ерендә үткән республика семинары эҙһеҙ ҡалмаҫ, ә һәр кемдең күңелендә оҙаҡ ваҡыт йылы хәтирәләр һаҡлар, балаларға туған телде уҡытыу ҙа, тарихыбыҙға, Туған илебеҙ гә, телебеҙгә хөрмәт һәм һөйөү орлоҡтарын сәсеүҙә ярҙам итер, тип ышанабыҙ.