САРМАНАЙ
+20 °С
Облачно
Новости
7 Июля , 09:10

Тарихи ял базаһы – уникаль объект

Рәсәй Президенты владимир Путин билдәләп үткәнсә, креатив индустриялар – ил иҡтисадының иң динамик үҫеш кисереүсе секторҙарының береһе. Дәүләт Башлығы аҫыҙыҡла ғанса, был йүнәлеште үҫтергәндә илдең мәҙәни күп төрлөлөгөн, тарихи тамырҙарын һәм милли традицияларын һаҡлап ҡалыу мөһим.

Тарихи  ял базаһы – уникаль объектТарихи  ял базаһы – уникаль объект
Тарихи ял базаһы – уникаль объект

 Төбәктәрҙә инфраструктураны үҫтереү, перспективалы проекттар өсөн шарттар булдырыу – креатив иҡтисад өсөн төп факторҙарҙың береһе. Дөйөм дәүләт векторына яуап итеп, Башҡортостан Республика һы креатив индустрияларҙы үҫ тереүҙе стратегик бурыс тип ҡабул итә. Бөгөн республика – әлеге өлкәлә Рәсәйҙә иң алдынғы төбәктәрҙең береһе. Радий Хәбиров креатив индустрияларҙың әһәмиәтен ошолай билдәләне: “Креатив Тарихи ял базаһы – уникаль объект кешенең эшсәнлеген бөгөн беҙ иҡтисадтың мөһим өлөшө итеп ҡарайбыҙ. Ижад аҡса килтерә, кешеләрҙең тормошон яҡшырта һәм республикабыҙҙың үҫе шенә ҙур йоғонто яһай". Матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Ҡыҙыл Көс ауылындағы "Красна дача" ял базаһы һәр кемгә таныш. Матур урман эсендә урынлашҡан ташландыҡ ауылдағы ерҙәрҙе һатып алып, Алиса һәм Ринат Гәрәевтар бында район халҡы һәм ҡунаҡтарҙың сәләмәтлектәрен нығытыу, саф һауа һулау, социаль селтәр ҙәрҙән арыныу – ғөмүмән, тыныс мөхиттә ял итеү өсөн барлыҡ шарттарҙы тыуҙырған. Күптән түгел бында «Иҫке да ча» этнокреатив киңлеген асыу тантанаһы уҙҙы. Унда муниципаль район хакимиәте башлы ғының инвестициялар һәм эш ҡыуарлыҡ эшсәнлеге буйынса урынбаҫары Тимур Зарипов, Ҡәҙер ауыл Советы ауылы биләмәһе башлығы Айҙар Ғәлимов, Ҡыҙыл Көс ауылында тыуып-үҫеп, бөгөнгө көндә ситтә йәшәүселәр, Ҡәҙер ауылы халҡы ҡатнашты. «Иҫке дача" – совет осоро да чаларының көнкүрешен күрһәтә торған экспонаттар тупланған уникаль объект. Эстәге кәрәк яраҡтар – элекке ауыл кешеләре ҡулланған әйберҙәр һәм йорт үҙе максималь дөрөҫлөк шарттарына тура килерлек тер геҙелгән. Эстәге атмосфера беҙ гә «Ауылда, әбейҙең дачаһын- да" совет осорон – Рәсәйҙәге йәйге ял традицияһын күрһәтә.–Беҙҙең проекттарҙың фәл сәфәһе ябай – ҡунаҡтарға шатлыҡ өләшеү. Беҙ бында килеү селәргә донъя мәшәҡәттәренән арынып, ял итергә һәм тыныс атмосфераны тойомларға мөм кинлек бирергә тырышабыҙ. Был хужалыҡ үткән йылдарҙы, гөрләп торған Ҡыҙыл Көс ауылын хәтерләтә. Беҙ уны ғына түгел, урындың рухын да һаҡлап ҡалдыҡ — һауыт-һаба, эш ҡоралдары, фотоһүрәттәр, элекке йәшәүселәрҙең һөйләүҙәре аша. Шулай уҡ музейҙа барыһы да быяла астында һәм «ҡулдар менән тотонмаҫҡа» тигән яҙыу була. Бында барыһына ла ҡағылырға, иҫке һөнәрҙәр буйынса мастер-кластарҙа ҡатнашырға һәм процестың бер өлөшө булырға мөмкин. Башҡаса әйткән дә, беҙ уға заманса һулыш бирәбеҙ. Киләсәктә төрлө сигеү, туҡыу, милли ризыҡтар әҙерләү буйынса мастер-кластар уҙға рыуҙы планлаштырабыҙ, – ти Алиса Ринат ҡыҙы. Ал таҫма ҡырҡылғас, тантанала ҡатнашыусылар эскә үтте. Алиса Ринат ҡыҙы уларға беренсе экскурсия ойошторҙо, экспонаттар менән таныштырҙы. Креатив индустриялар – ул сәнғәт төрө генә түгел, ул тарихтан алынған образды заманса формала ҡулланып, кешеләргә яңы тәжрибә биреү ҙә. Илештә ял һәм күңел асыу өлкәһендәге үҫеш районға эмоциональ капитал өҫтәй. Ә эмоциялар – бөгөнгө иҡтисадтың иң ҡиммәтле ресурстарының береһе. Был өлкәлә республиканың стратегияһы бер-бер артлы китә: ижадты күтәреү һәм дәртләндереү, райондарҙы йәнләндереү, бизнес өсөн мөмкинлектәр булдырыу – былар гел иғтибар үҙәгендә.

Тарихи  ял базаһы – уникаль объект
Тарихи  ял базаһы – уникаль объект
Тарихи  ял базаһы – уникаль объект
Тарихи  ял базаһы – уникаль объект
Тарихи ял базаһы – уникаль объект
Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас