САРМАНАЙ
+20 °С
Облачно
Новости
7 Июля , 04:50

Хеҙмәт һөйөүсе ғаилә улар

Гәзитебеҙҙең һәр һанында беҙ үрнәкле, күркәм, һоҡландырғыс ғаиләләр менән таныштырып барырға тырышабыҙ. Был юлы һүҙебеҙ районыбыҙҙың Яңы Бейектау ауылынан Ғәлләмовтар тураһында. Ғаилә башлығы Алмаз Данил улы Ғәлләмов йәш сағында уҡ тормошон армия менән бәйләү ҡарарын ҡабул итә: Дүртөйлө ҡалаһының 4нсе һанлы мәктәбенән һуң Санкт-Петербургтағы Михайлов хәрби артиллерия академияһында белем ала.

Хеҙмәт һөйөүсе ғаилә уларХеҙмәт һөйөүсе ғаилә улар
Хеҙмәт һөйөүсе ғаилә улар

 Унан Төньяҡ Кавказ хәрби округында хеҙмәт итә. Был йылдар йәш офицерҙың характерын сыныҡтырыусы оло мәктәп була. 2010 йылдың мартында Алмаз хәрби формаһын ҡоткарыу  сыныҡына алмаштырып, Дүртөйлө зональ эҙләү-ҡотҡарыу отрядында эшләй башлай. Күрә һең, яҙмыш уны күбрәккә әҙерләгән: Ватан яңынан ил һағына саҡырғас, ул, оҙаҡ уйлап тор майынса, өлөшләтә мобилизация сиктәрендә махсус хәрби операцияға алына. Бөгөнгө көндә майор Ғәлләмов Донецк Халыҡ Республикаһы территорияһында танкыларға ҡаршы артиллерия дивизионы батареяһына командалыҡ итә. Уның күкрәген Суворов, Жуков, Шайморатов, «Хәрби ҡаҙаныштар өсөн», Донецк Халыҡ Республикаһының IV дәрәжәле «Батырлыҡ өсөн» миҙалдары биҙәй. Ҡулына ҡорал тотоп Донбастың киләсәген һаҡлаған Алмаз Ғәлләмовтың ҡатыны Альбина йорт ҡурсалай. Бер-береһенә ғашиҡ булған йәштәр 2013 йыл да ҡауышып, өс ҡыҙ балаға ғүмер бүләк итәләр. Өлкәндәре Юлиәгә – 12 йәш, бишенсе синыфты тик «бишле» билдәләренә генә тамамланы, яҡшы укыуы менән беррәттән ул сәнғәт мәктәбендә белем ала, рәссам һөнәрен үҙләштерә, шулай уҡ волейбол командаһында уйнарға ла өлгөрә. Уртансылары – 10 йәшлек Ирина сәхнәгәға шиҡ, ул халыҡ бейеүҙәре менән шөғөлләнә. Өс йәшлек төпсөктәре Регина балалар баҡса һына йөрөй. Ғәлләмовтар – хеҙмәт һөйөүсе ғаилә үрнәге. Иркен участоктарында улар бөтә уңышты үҙҙәре үҫтерә. Альбина Глүс ҡыҙы балаларын ысын хужабикә булырға өйрәтә – ҡыҙҙар кес кәйҙән үк әсәйҙәренә хужалык эштәрендә ярҙамлаша, һеңелдәрен ҡараша. Ә атайҙары ялда булғанда ғаилә күмәкләшеп балыҡҡа йәки урманға, бәшмәк йыйырға юллана. “Алмаз һәр ваҡыт Ватанды һаҡларға әҙер ине, быны үзенең бурысы тип ҡабул итте, шуға күрәлә, ил саҡырғас, ул бер секунд та икеләнмәне”, – тип уртаҡлаша Альбина Глүс ҡыҙы. Яҡташыбыҙҙың бөтә ихтыяр көсө һәм батырлығы ғаиләһенең һәм илебеҙҙең именлеген тәьмин итеүгә йүнәлдерелгән. Редакциябыҙ исеменән Ғәлләмовтарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Ғаилә башлығына һуғышсан бурыстарын теүәл үтәп, Еңеү менән иҫән-һау өйөнә ҡайтыуын, тормош иптәше һәм балаларына ныҡлы сәләмәтлек, бәхет-шатлыҡтар, сабырлыҡ теләйбеҙ.

Хеҙмәт һөйөүсе ғаилә улар
Хеҙмәт һөйөүсе ғаилә улар
Хеҙмәт һөйөүсе ғаилә улар
Автор:Денис Мансуров
Читайте нас