

Алғараҡ китеп шуны әйтергә мөмкин, эксперттар менән осрашыуҙан һуң Хәбировтың үҙен ышаныслы һәм тыныс тотоуы күңелдә айырыуса уйылып ҡалды. Уның беҙҙең уртаҡ көстәргә ышаныуы, нимәгә әҙер булырға, артыҡ шау-шыуһыҙ һәм милитаризациялауһыҙ граждандарҙы нимәгә әҙерләргә кәрәклеген аныҡ белеүе күренеп тора. Берәй хәл була ҡалһа – беҙ уға әҙер буласаҡбыҙ. Радий Фәрит улының яратҡан принцибы иҫкә төшә – иңдәреңә төшкәнде үтә, барыһы ла яҡшы булыр. Ҙур һәм ҡеүәтле төбәктең етәксеһе булараҡ, ул шулай эшләй ҙә. Һәм ауыр мәсьәләләр буйынса мөһим ҡарарҙар ҡабул итеүенең сәбәптәре һәм эҙмә-эҙлелеге хаҡында осрашыуҙа һөйләне. Нимә эшләргә, ҡайҙа барырға кәрәклеген белгән һәм еңел булмаған лидерлыҡ бурысын атҡарырға әҙер етәксе ул. Башҡортостан иркен тын ала, илебеҙҙең терәк төбәге булып тора һәм төрлө яҡлап йылдам үҫешә. Беҙҙә ныҡлыҡ запасы ҙур, һәм аяғыбыҙҙа ныҡлы торабыҙ. «Нимә эшләргә?» тигән һорауға яуап бер – «эшләргә һәм ныҡ булырға». Беҙ барыһын да йырып сығасаҡбыҙ. Беҙ осрашыуҙа Хәбировтан ниндәйҙер иллюзия тыуҙырған һәм ялған өмөттәргә илткән матур вәғәҙәләр ишетмәнек. Шундай ҙур һәм күп милләтле төбәктең лидеры яуаплылыҡты үҙ-үҙенә алыуы һәм ауыр ҡарарҙар ҡабул итеүе мөһим. Ә кешене икеләнеүҙәр һәм ҡурҡыуҙар уратып алған заманда үҙ-үҙеңдә булған ышанысты башҡаларға еткерә белеү икеләтә мөһим. Радий Хәбиров быны еңел эшләй – төрлө дәлилдәр менән раҫларға әҙермен. ТЫШҠЫ ХӘҮЕФТӘР ҺӘМ ЭСКЕ ТЫНЫСЛЫҠ ТУРАҺЫНДАТорлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә, аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артыуы, юлдарҙың торошо, медицина хеҙмәтләндереүе сифаты, килемдең кәмеүе, дрондар һөжүме – рәсәйҙәрҙе борсоуға һалған һәм уларҙың социаль хәлен ҡатмарлаштырған иң төп мәсьәләләр, тип иҫәпләй социологтар. Ҡайһы саҡта властарға идара итеү ҡарарҙарын ваҡытында ғына түгел, мәсьәләләргә һәм уларға бәйле ҡарарҙарға ҡарата аңлатмалар биреп барыу ҙа мөһим. «Беҙҙең бурыс – пессимистик тойғоларға эйәреп йөрөү түгел, ә кешеләрҙең кире тойғолары менән эшләү, көрәшеү һәм еңеп сығыу», – республика Башлығы Радий Хәбиров түңәрәк өҫтәл алдынан әйткән был фекер осрашыуҙың бөтә асылын асып һалды. Төбәк Башлығы әйтеүенсә, бынан биш йыл элек тиерлек уның эш графигына (хәйер, һәр кемдең дә) яңы бурыс өҫтәлде: МХО. Бының өсөн ваҡыт, көс, ресурстар, хис-тойғолар кәрәк. «Рәсәйҙең, республиканың, халыҡтың дошмандары бик күп. Аяуһыҙ, ҡурҡыныс, аҡыллы дошман ул. Һәм беҙгә ошоно халыҡҡа аңлатырға кәрәк», – тип Радий Хәбиров политологтар һәм йәмәғәтселәр менән осрашырға теләген белдерҙе. Социологтар билдәләүенсә, күптәрҙе ниндәйҙер кимәлдә дрондар һөжүме борсой, тип рәсми мәғлүмәттәрҙе еткерҙе БР мәҙәниәт министрлығындағы Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Марат Мәрҙәнов. Борсолоуҙың артыуын аңлатып үтәйек: мәғлүмәт киңлегендә йыш ҡына дрондарҙың күрше төбәктәрҙәге предприятиеларға һөжүм итеүе хаҡында хәбәрҙәр баҫылып сыға, республика халҡының телефондарына пилотһыҙ һәм йә ракета хәүефе хаҡында белдереү килә. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, республикала ошо шарттарҙа эшләү өсөн кәрәкле инфраструктура булдырылған. 2022 йылдан ул шәхсән етәкселек иткән оператив штаб эшләй. Әлеге көнгә ҡурҡыныс аҫтында булған объекттар исемлеге билдәләнгән, уларҙа хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеү өсөн юл картаһы төҙөлгән, бер нисә оборона һыҙығы булдырылған. «Пассив оборона, төрлө ҡоралдар менән тәьмин ителгән әүҙем оборона бар — төбәк ярайһы уҡ ышаныслы һаҡланған тип әйтә алабыҙ. Бынан тыш, беҙ Рәсәй Федерацияһының һауаға ҡаршы оборонаһының дөйөм системаһына ҡушылғанбыҙ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы. Тап ошо сәбәпле, пилотһыҙ хәүеф иғлан ителгән ваҡытта сиреналар яңғырамай. Радий Хәбиров әйтеүенсә, әлеге ваҡытта уның кәрәге юҡ, йәмғиәттә кешеләрҙә ҡурҡыу тойғоһон уятырға кәрәкмәй (күҙ алдына килтерегеҙ, әгәр һеҙҙе иртәнге сәғәт 5-тә будильник урынына сирена уята икән, ниндәй кәйефтә булыр инегеҙ – автор иҫкәрмәһе). Шулай ҙа Башлыҡ, халыҡҡа хәүеф янаһа, сиреналар геүләйәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.