САРМАНАЙ
+18 °С
Облачно
Новости
1 Июня , 05:22

Беҙҙең “Аҫылташ” клубы

Дүртөйлө районы Көшөл ауылы китапханаһы ҡаршыһында “Аҫылташ” клубы эшләп килә.

Беҙҙең “Аҫылташ” клубыБеҙҙең “Аҫылташ” клубы
Беҙҙең “Аҫылташ” клубы

Клуб ағзалары йыйылып, ғаилә хәлдәрен, шатлыклы хәбәрҙәрен уртаҡлашалар. Улар ара һында өҙҙөрөп тальянда, гармунда уйнаусылар, матур тауышлы йырлаусылар, бейеүселәр, аш-һыуға, ҡул эшенә оҫталар, баҡсаларында мул итеп еләк-емеш, йәшелсә үҫтереүселәр, донъяларын гөл-сәскәгә күмеп матурлаусылар бар. Улар ҡулы тейгән сәскәләр күҙ яуын алырлыҡ. Ә Йәүҙәт ағай Мирғасимов, Радик ағай Хәйруллин, Илүс ағай Ғафаровтар – оҫта гармунсылар. Ун йылдан артыҡ эшләгән “Аҫылташ” клубы уның ағзалары өсөн генә түгел, барлыҡ ҡунаҡтар өсөн дә асыҡ. Клуб һәр кемде яратып ҡаршы ала. Ошо актив йәшәү рәүеше алып барған, уңған-булған, тырыш клуб ағзалары әленән әле төрлө матур һәм бай йөкмәткеле кисәләр, шулар ара һында яҙғы, көҙгө һәм тематик байрамдар, Яңы йыл, Раштуа, тыуған көндәр һәм башҡа саралар ойоштороп үткәрәләр. Хөрмәтләп ҡунаҡтар саҡыралар, райондың, ауылдың данлыҡлы кешеләре менән осрашыуҙар ойошторалар. Бындай саҡта зал тултырып тамашасылар йыйыла. Клуб ағзаларының күркәм юбилейҙарын үткәреүҙә традициягә әүерелеп китте. Бер береһен аңлап-һанлап ғүмер итеүсе, балаларының, ейәндәренең уңыштарына һөйөнөп йәшәүсе ғаилә парҙарының бергә йәшәүҙәренең түңәрәк даталарын билдәләү – бик күптәндән килгән ғәҙит. Йәүҙәт ағай менән Роза апай Мирғасимовтарҙың, Мәснәүи ағай менән Нәзирә апай Сәхәбиевтарҙың алтын юбилей кисәләрен үткәрҙеләр. Быйыл Ринат ағай менән Һылыу апайҙың ғаилә байрамын үткәрергә әҙерләнәләр. Клубтың актив эшләүенә 14 йыл. Уның ауылдаштарҙы арта банда һөйөндөрөүен теләйбеҙ.

Автор:Илгиз Имамов.
Читайте нас