САРМАНАЙ
+21 °С
Ясно
Новости
21 Мая , 03:50

Радий Хәбиров Нефтекаманан махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаил

20 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Нефтекаманан махсус хәрби операцияла һәләк булған Вячеслав Алеев, Рузаль Бәҙретдинов, Леонид Башуров, Айрат Дәүләтов, Сергей Димитриев, Салауат Тимерғәлиев, Алексей Федоровтарҙың ғаиләләре менән осрашты.

Радий Хәбиров Нефтекаманан махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаилРадий Хәбиров Нефтекаманан махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаил
Радий Хәбиров Нефтекаманан махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаил

Төбәк етәксеһе һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренең һәм тормош иптәштәренең ҡайғыларын уртаҡлашты һәм уларға яҡындарының Шайморатов генерал ордендарын тапшырҙы.

– Егеттәр ғүмерҙәрен Тыуған ил өсөн бирҙе. Уларҙың һәр береһе – үҙ бурысын аҙағына тиклем үтәгән ысын герой, – тине республика Башлығы. – Улдарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Беҙҙең төп бурыс – уларҙы онотмау, исемдәрен мәңгеләштереү, ата-әсәләренә, ҡатындарына һәм балаларына даими хәстәрлек күрһәтеү, уларға ҡарата иғтибарлы булыу. Махсус хәрби операция тамамланғас, беҙ мотлаҡ Өфөлә яугирҙарыбыҙ хөрмәтенә мемориал ҡуясаҡбыҙ. Шулай уҡ бөтә муниципалитеттарҙа ла Хәтер аллеялары барлыҡҡа килер. Был эш бара ла инде.

Радий Хәбиров төбәктә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларының киң комплексы ғәмәлдә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Республика Башлығы һәләк булған яугирҙарҙың балаларының уҡыуы менән ҡыҙыҡһынды, улар өсөн уҡыу йорттарына ингәндә льготалар булыуын билдәләне.

Нефтекама хакимиәте башлығы Эльдар Вәлидов аңлатыуынса, һәр ғаиләгә муниципалитет хеҙмәткәрҙәре араһынан координатор беркетелгән. Республика Башлығы тиҙ арала «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының социаль координаторы вазифаһына кандидат билдәләргә ҡушты.

Яугирҙарҙың туғандары Радий Хәбировҡа уларҙың ихтыяждарына шәхсән иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе. Республика Башлығы осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың мөрәжәғәттәре буйынса урындағы власть органдарына йөкләмәләр бирҙе.

Автор:Гульназ Хафизова
Читайте нас