САРМАНАЙ
+21 °С
Ясно
Новости
21 Мая , 03:49

Нефтекамала Ҡаланың йәмәғәт киңлектәрен үҫтереү стратегияһы тормошҡа ашырыла

20 майҙа Нефтекамаға эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңыртылған Хеҙмәт Даны аллеяһын ҡараны. Биләмә 2025 йылда «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектына индерелгән уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булған «Нефтекама: ваҡыт күсәре» башланғысы сиктәрендә төҙөкләндерелгән.

Нефтекамала Ҡаланың йәмәғәт киңлектәрен үҫтереү стратегияһы тормошҡа ашырылаНефтекамала Ҡаланың йәмәғәт киңлектәрен үҫтереү стратегияһы тормошҡа ашырыла
Нефтекамала Ҡаланың йәмәғәт киңлектәрен үҫтереү стратегияһы тормошҡа ашырыла

Проекттың концепцияһы аллеяны ҡала үҫешенең төп этаптарын күрһәткән «ваҡыт күсәре» тип интерпретациялауға ҡайтып ҡала. Шуға ярашлы ул дүрт тематик зонаға бүленгән. Мәҫәлән, тәүге төҙөүселәр биләмәһендә Нефтекаманың тәүге йорттары фатирҙарын сағылдырған «ҡунаҡ бүлмәһе» эшлгәндәр. Нефть сығарыу зонаһы үҙәгендә – нефтселәргә һәйкәл, ә тирә-яғында ял итеү майҙансығы урынлашҡан. Сәнәғәт биләмәһендә Нефтекаманың тәүге башлығы Евгений Карцевҡа һәйкәл ҡуйылған, ҡаланың төп предприятиелары ул етәкселек иткән йылдарҙа төҙөлгән. Дан Аллеяһында Нефтекаманың почетлы граждандары портреттары менән мультимедиа экрандары урынлашҡан. Аллея буйлап велосипед юлы үтә.

Ҡала хакимиәте башлығы Эльдар Вәлидов, аллеяны реконструкциялау Нефтекаманың Йәмәғәт киңлектәрен үҫтереү стратегияһын тормошҡа ашырыуҙың логик дауамы булды, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уны Нефтекама халҡы һәм илдең алдынғы эксперттары менән берлектә Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты һәм муниципалитет хакимиәте әҙерләгән.

Мәҫәлән, «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә, велосипед инфраструктураһын үҫтереүгә баҫым яһап, «Сәләмәтлек һуҡмағы» төҙөкләндерелгән. Һуңынан ҡаланың үҙәк биләмәләрен үҙгәртеп ҡороу буйынса системалы эшкә тотонғандар һәм тәүге объект булараҡ Хеҙмәт Даны алеяһын һайлағандар.

Сиратта – «Нефтекаманың тартып торор үҙәге» проекты Ул Ленин исемендәге төп ҡала майҙанына яңы һулыш бирер һәм уны аллея менән берләштерер, тип күҙаллана. Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты оҙатыуындағы был башланғыс быйыл федераль грант алыуға сираттағы Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашасаҡ.

– Нефтекама һуңғы йылдарҙа ныҡ үҙгәрҙе, республикала иң төҙөк тораҡ пункттарҙың береһенә әйләнде. Ҡала төрлө программаларҙа ҡатнашты, етди федераль финанслау йәлеп итеүгә иреште. Шуныһы мөһим: бында, башҡа ҡалаларҙағы кеүек үк, биләмәләрҙе үҫтереүгә комплекслы ҡарайҙар, – тине Радий Хәбиров. – Парктарҙы, скверҙарҙы, майҙандарҙы, яр буйҙарын яңыртыуға ҙур иғтибар бүләбеҙ. Республика ҡалалары һәм ауылдары – матур, халыҡҡа һәм ҡунаҡтарға асыҡ, уңайлы, иң мөһиме, хәүефһеҙ булырға тейеш. Яйлап уларҙы юғары стандарттарыбыҙға ярашлы итергә тырышабыҙ.
Автор:Гульназ Хафизова
Читайте нас