САРМАНАЙ
+25 °С
Облачно
Новости
5 Мая , 10:35

Тормоштары менән йәм өҫтәйҙәр

Республикабыҙҙа иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылында беҙ ғаиләнең йәмғиәттәге урынын айырыуса билдәләйбеҙ, мәңгелек ҡиммәттәрҙең ҡәҙерен һәм баһаһын тәрәнрәк тойомлайбыҙ.

Тормоштары менән йәм өҫтәйҙәрТормоштары менән йәм өҫтәйҙәр
Тормоштары менән йәм өҫтәйҙәр

 Тап бына ғаиләлә әхләҡ нигеҙҙәре, мәҙәни код һәм туғандарыңа, Ватаныңа, һөнәреңә мөхәббәт быуындан-быуынға тапшырыла. Дүртөйлөлә йәшәүсе Ибраһимовтарҙы районыбыҙҙың иң яҡты ынйыларының береһе тип атарға була. Ғаилә башлығы Алмаз Фәрит улы Илеш районының Иҫке Ҡырғыз ауылында, хәләл ефете Ғәлиә Ғәйетхан ҡыҙы Балтас районының Иҫке Балтас ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, Алмаз 2нсе һанлы педагогия колледжына, Ғәлиә китапханасалылар әҙерләү техникумына уҡырға инә. Тап ошо дәүерҙә улар танышалар һәм 2011 йылда инде сәстәрен сәскә бәйләп ҡуялар. Йәш ғаилә Дүртөйлө районында матур тормош башлап ебәрә, һайлаған һөнәрҙәре буйынса эшкә урынлашып, тиҙ арала абруйлы белгестәр данын ҡаҙанып та өлгөрә. Белемдәрен камиллаштырыу өлкәһендә лә уңыштарға ирешә улар: Алмаз М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Ғәлиә Силәбе дәүләт мәҙәниәт институты дипломына әйә була. Алмаз Фәрит улы ҡаланың мәҙәниәт йортонда аккомпаниатор булып эшләй, «Илһам» гармунсылар ансамбленә етәк селек итә. Районда бер генә мәҙәни сарала унан башҡа үтмәй, халҡыбыҙҙың милли моңдары менән яҡташтарыбыҙҙы шатландырып тора улар. Ғәлиә райондың мәғариф ойошмаларында хеҙмәт һала. Мөхәббәт емештәре булып бер-бер артлы өс улдары донъяға килә. Алма ағасынан алыҫ тәгәрәп төшмәй, тип әйтә халыҡ. Был Ибраһимовтар ғаилә һенә айырыуса тура килә. Өлкән улдары Искәндәр кесе йәшенән үк хореография менән шөғөлләнә, өлгөлө «Аҡ димгел» бейеү ансамбленең солисы ул, коллектив менән күп һанлы конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай, илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә сығыш яһау бәхетенә ирешә. Уртансы улдары Илгизәр атаһы юлынан китеп, баянсы һөнәрен үҙләштерә. Шулай уҡ бик күп дәрәжәле Дипломдарға эйә булған егет бөгөнгө көндә Өфөлә урта махсус музыка колледжында белем ала, киләсәктә музыка мәктәбе директоры булырға хыяллана ул. Төпсөктәре Ислам балалар баҡсаһына йөрөй, йырларға, шиғырҙар һөйләргә ярата, атаһы-ағаһына эйәреп үҙенсә гармун телдәренә баҫҡылаған була. Татыу ғаилә бергәләшеп район, республика күләмендә үткәрелгән мәҙәни һәм спорт сараларында ла иң беренселәрҙән булып ҡатнаша. Алмаз Фәрит улы артист булараҡ ҡына райондың ғорурлығы түгел, ә илебеҙҙә дәүләт ярҙамын тормошҡа ашырыуҙың асыҡ үрнәге лә. 2022 йылда ул «Земство мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы буйынса 500 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Ибраһимовтар ғаиләһенә ҡарап, уларҙың бәхетенең төп серен аңлайһың: ул – йөрәктәрҙең берҙәмлегендә. Алмаз менән Ғәлиә һәр бала өсөн үҙҙәрен кәрәкле һәм талантлы итеп формалаштырыусы мөхәббәт һәм ижад киңлеген булдырған. Һеҙҙең ғаилә ансамблегеҙ бер ҡасан да тынып тормаһын, яңы еңеүҙәр, яңы мөмкинлектәр менән тулыланһын. Бәхетле, оҙон тормош һеҙгә, Дүртөйлөнөң йөҙөк ҡашы – Ибраһимовтар!

Тормоштары менән йәм өҫтәйҙәр
Тормоштары менән йәм өҫтәйҙәр
Тормоштары менән йәм өҫтәйҙәр
Автор:Денис Мансуров
Читайте нас