

Ғүмер атҡан уҡтай бик тиҙ үтә. Яҡты донъяла беҙгә бүленгән ваҡыт эсендә һәр беребеҙ кескәй генә йәки бөйөк эштәр башҡарырға һәләтле, ә күпмегә өлгөрәбеҙ – былар барыһы тик үҙебеҙҙән генә тора. Район үҙәгендә күңеле йылылыҡ һәм яҡтылыҡ нурҙары бөркөп тороусы ғәжәйеп кеше, Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының тол ҡатыны Зәбиҙә инәй Ҡадирова йәшәй. Ул ғүмерен тыуған яғы иҡтисадын үҫтереүгә бағышланы, уға хеҙмәтенең һәм йәненең бер өлөшөн һалды. Сағыу һәм ваҡиғаларға бай тормош юлы үткән юбиляр менән осрашҡанда һуғыш осоро балалары яҙмышы, йәшлеге һәм уның бөгөнгө йәшәү рәүеше менән ҡыҙыҡһындыҡ. Ул 1931 йылдың 2 апрелендә Благовар районының Йондоҙ ауылында донъяға килгән. Бала сағы һәм үҫмер йылдары ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ғаилә башлығын фронтҡа алалар, тиҙҙән унан хаттар килмәй башлай. Яҡшы хәбәр алырға өмөтләнһәләр ҙә, киләсәккә булған бар уй хыялдарҙы «хәбәрһеҙ юғалды» тигән ҡара ҡағыҙ юҡҡа сығара. –Мәктәптә уҡып йөрөгән сағымда әсәйем ҡаты ауырый башланы. Берни ҡәҙәр ваҡыттан беҙҙе ҡартәсәйебеҙ үҙенә алды. Тик әсәйебеҙ оҙаҡ йәшәй алманы, 1950 йылда мәрхүм булды, – тип тормошоноң күнел һеҙ биттәрен асты юбиляр. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң Зәбиҙә колхозда эшләй башлай, ә унан Өфөгә юллана. Унда ул асфальт заводы на урынлаша. Әсәһен юғалтыу һағышын фронттан атаһының иҫән булыуы тураһындағы хәбәр бер ни ҡәҙәр ҡаплай төшә. Нурулла абзый һуғыш башында әсирлеккә эләгеп, дүрт йыл ғүмерен концлагерҙарҙа үткәргән була. Алға табан уны, әсир төшкән кеше булараҡ, Магнитогорск ҡалаһына металлургия комбинатына эшкә ебәрәләр. Тыуған яғына ҡайтҡас, ул балаларын үҙенә алырға уйлай, тик Зәбиҙә ауылдашына кейәүгә сығырға ниәтләгәс, атаһының тәҡдименән баш тарта, ә кесе туғаны атаһы менән китә. 1951 йылда Зәбиҙә һәм Рәис ғаилә ҡоралар. Йәш Ҡадировтар ғаиләһе Кушнаренко ауылына күсенә. Бында “Райсельхозтехника”ға эшкә урынлашып, уның дөйөм ятағынан бүлмә алалар. Яҙмам геройының бөтә ғүмер юлы төҙөлөш бригадаһы менән бәйле. Зәбиҙә һәм Рәис Ҡадировтар дүрт балаға ғүмер бүләк итеп, тейешле тәрбиә бирәләр. Уларҙың һәммәһе лә күптән үҙ аллы тормош ҡорған, бөгөн хаҡлы ялдалар, хәҙер бик теләп ҡартәсәй һәм ҡартатай вазифаларын үтәйҙәр. Ғаилә башлығы Рәис абзыйҙың баҡыйлыҡҡа күсеүенә егерме биш йыл тулған. Бәхеткә, ейәндәрен күреп ҡалырға өлгөргән. –Ҡыҙғаныс, ул арабыҙҙан иртә китте. Бөгөн минең ун ейәнем һәм ун өс бүләсәрем бар. Шуға ла яңғыҙым ҡалғаным юҡ, уларҙың ҡайһы булһа ла килеп тора. Улар миндә булғанда йортом шатлыҡҡа тула. Ейән-ейәнсәрҙәрем менән даими аралашыу ғүмеремде оҙонайта кеүек, – ти әңгәмәләшем. Әйтергә кәрәк, балалары ла, хатта ҡайһы бер ейәндәре лә күптән хаҡлы ялда инде. Бөгөн бер ейәне – махсус хәрби операция ла ҡатнашыусы. Икенсеһе – хәрби хәрәкәттәр ветераны, ул хәрби бурысын Чечня Республика һында үтәгән. Туҡһан биш йәшлек Зәбиҙә Нурулла ҡыҙы – ысын легендаға әүерелгәндәрҙең береһе. Уның тормошо – яратҡан эшенә фиҙаҡәр хеҙмәт итеү, ныҡлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм рух күтәрен келеген һаҡлап ҡалыу өлгөһө. Һуғыш, һуғыштан һуңғы осорҙоң ауырлыҡтарын кисерһә лә, күңелендә игелеклелек, ярҙамсыллыҡ һәм яҡшыға ышаныу хистәрен һаҡлап ҡала алған.