

Әлеге сифаттарға тулыһынса эйә шәхестәрҙең береһе – Үрге Йәркәй ауылында ғүмер кисереүсе Ирина Ғәлимова хаҡында һөйләп үткем килә. Беҙ үҫкәндә: «Күршең үҙеңдән яҡшы булһын», – тигән ғибәрәне әсәйем ауыҙынан йыш ишетергә тура килә ине. Һүҙҙәрҙең аҫылына, билдәле, үҙең тормошҡа сыҡҡас, үҙең дә ғаиләле булып, кемдеңдер күршеһе булғас ҡына инанаһың икән ул. Мин Иринаны егерме биш йылдан артыҡ беләм. Ул – минең ут күршем. Уның менән яҡынданыраҡ танышҡас, уның иҫ киткес күркәм холоҡло, һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер кеше икәнлеген аңланым. Минем өсен ул туғанымдан ла якынраҡ, тиергә хаҡлымындыр. Сөнки, йомош төшһә – уға атлап ҡына инәһе. Ауылдан сығып алыҫ китәһе булһа, йортҡа, тирә-йүнгә күҙ-ҡолаҡ булырға ла күршебеҙгә әйтеп ҡалдырабыҙ. Оло эштәр башҡарғанда, өгөт-нәсихәт биреү, ир-ат ҡул көсө хеҙмәте, иң беренсе ярҙам һорап күршегә мөрәжәғәт итәбеҙ. Ирина Хәтәм ҡыҙы Аҫҡын районы Аҫҡын ауылында Мәүлидинә һәм Хәтәм Мәғҙүмовтар ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килгән. Әсәһе балалар баҡсаһында ашнаҡсы-технолог, атаһы водитель булып эшләй. Ике ҡустыһы – Вадим менән Рөстәмде ҡарашып, йорт эштәрендә ярзамлашып үҫә. Урта мәктәптән һуң Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһында белем алыуын дауам итә. Студент йылдарында ул буласаҡ тормош иптәше – Үрге Йәркәй егете Рубинды осрата. Йәштәр ике йыл дауамында осрашып йөрөгәс, 1997 йылдың 25 апрелендә шаулатып туй үткәрәләр. Ҡулдарына диплом алғас, йәш пар ғаилә башлығының тыуған яғына – Үрге Йәркәйгә ҡайтып хеҙмәт юлдарын башлайҙар. Ирина ситтән тороп уҡып БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы академияһының иҡтисади факультетын тамамлай. Муниципаль район хакимиәтендә ҡабул итеү бүлмәһендә секретарь, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ буйынса әйҙәүсе белгес булып эшләй. Арытаба район мәғариф идараһында бухгалтер вазифаһын башҡара. Ике йыл Өфөлә "Китап" нәшриәтендә реклама буйынса менеджер булып хеҙмәт һала. 2022 йылдан Башҡортостан аграр-технология колледжында кадрҙар буйынса белгес булып эшләй. Үҙ һөнәрен яратып башҡара, хеҙмәттәштәре араһында оло абруйлы. Билдәле, тылың ныҡлы булмаһа, уңышҡа ирешептә булмайҙыр ул. Рубин –тоғро юлдашы, кәңәшсеһе. Улар 29 йыл бергә ғүмер итә. Яңылышмағандар улар бер-береһен ғүмерлек юлдаш итеп һайлап. Ғаиләлә бер-бере һенә терәк, хәстәрлекле атай менән әсәй улар. Ағай-эне, дуҫ иштәр, ауылдаштар араһында ышаныс яулаған киң күңелле кешеләр. Ғәлимовтар 2000 йылда заманса матур йорт төҙөп инәләр. Ике балаға – Алмаз менән Ил назға ғүмер бүләк итеп, юғары белем алырға ярҙам итәләр. Ғәлимовтарҙың ике улдарыла ата-әсәләренең барлыҡ уңай сифаттарын үҙҙәренә күсергәндәр. Алмаз Санкт-Петербург дәүләт граждандар авиацияһы университетын уңышлы тамамлап, инженер белгеслеге буйынса ҡулына диплом алған. Бөгөнгө көндә ул шул уҡ ҡалала һөнәре буйынса хеҙмәт һала. Илназ Өфөләге БДАУ колледжында пилотһыҙ авиация системаларын эксплуатациялау белгеслеге буйынса диплом алып, эшләп йөрөй. Ирина булдыҡлы хужабикә лә. Ул аш-һыу оҫтаһы: ҡош теле, бауырһаҡ, сәк-сәк, пирог, тәбикмәк, ҡоймаҡ бешерә, һәр береһе ауыҙҙа ирей. Ит бәлештәренең, күпереп бешкән икмәк тәрҙең, ҡамыр ризыҡтарының тәмле-татлы хуш еҫтәре бар урамға тарала … Ишек алдарында яҙҙан көзгә тиклем күп төрлө баҡса сәскәләре күҙҙең яуын ала. Тәҙрә төптәрен ҡупшы гөлдәр биҙәй. Варенье ҡайнатмалар, йәшелсә-компот банкыларының иҫәбе-һаны юҡ. Өйҙәре тыштан матурлыҡ биҙәге булһа, эсе – йылылыҡ, йәм, шатлыҡ, нур, рәхәтлекменән туҡылған һөйөү усағы. Бар ергә уңған хужабикәнең оҫта ҡулдары ҡағылғаны күренеп тора. Шуны ла билдәләргә кәрәк: Ирина менән ҡәйнәһе Мөслимә апай – әсәй менән ҡыҙ кеүек кенә түгел, әйтерһең дә әхирәттәр: Алһыу МослоховА. Үрге Йәркәй ауылы. Кесе сержант, "Черный" позывнойы яҡташыбыз, 19 йәшлек кенә булыуына ҡарамаҫтан, һуғыш һынауҙарын үтеп, йәрәхәт алды. Уның тәжрибәһе, рухныҡлығы – күптәр өсөн өлгө. Пилотһыҙ осҡос системалар ғәсҡәрҙәре – Рәсәй армияһының яңы элитаһы. Ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, юҡтан тип әйтерлек барлыҡҡа килде. Бындай бурысты Юғары Башкомандующий ил башлығы Владимир Путин ҡуйҙы. Шулай итеп ҡаршы яҡ техникаһының яртыһы СВО барышында тап бына пилотһыҙ осҡостар операторҙарының кулдары һәм күҙҙәре менән юҡ ителгән. Техника һәм ҡоралланыу дә рәжәһе ниндәй генә булмаһын, теләһә ниндәй хәрби операцияның уңышы яугирҙәргә, уларҙың батырлығына, һөнәри оҫталығына бәйле. Бөгөн пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары махсус хәрби операция зонаһын да баһалап бөтөргөһөҙ ярҙам күрһәтә. Был системаларҙы хәрбиҙәр үҙҙәре "беҙҙең күҙҙәр" һәм юғары теүәллектәге ҡорал, «Мин Туған илемде яҡларға тейешмен» Батырҙар дәүере тип атай. Яҡташыбыҙ, "Черный" позывнойлы БПЛА операторы тураһында күп нәмәләр һөйләп булыр ине. "Черный" Үрге Йәркәй ауылында тыуып-үҫкән. Ғаиләлә беренсе бала булғанлыҡтан, ата-әсәһенә йорт эштәрендә ярҙамлашып, кесе туғандарын ҡарашып үҫә. Тиҫтерҙәре кеүек компьютер уйындары менән мауыға, бигерәк тә йыйнаҡлыҡ, тиҙлек һәм фекерләү талап ителгәндәре оҡшай. Әммә егет буш ваҡытын клавиатура артын да ғына үткәрмәй, спорт менән дә шөғөлләнә. Үрге Йәркәйҙәге дүртенсе урта мәктәпте тамамлағас, Башҡортостан аграр-технология колледжында уҡыуын дауам итә. Бында дөйөм төҙөлөш эштәре оҫтаһы белгеслеге буйынса һөнәр ала. 2025 йылдың 14 июнендә ул армия сафтарына юллана. Уссурийск ҡалаһындағы хәрби часта зенит-ракета ғәскәрҙәрен дә водитель булып хеҙмәт итә башлай. Бер аҙҙан үҙ теләге менән Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөшә. “Ни өсөн бындай ҡарарға килдегеҙ”, – тигән һорауға: "Беренсенән, Ватаныма хәүеф-хәтәр янағанда мин үҙемдең ситтә ҡала ал мауымды, унда булырға һәм Туған илгә файҙа килтерергә тейешлегемде аңланым. Башта бер аҙ ҡурҡыу бар ине, ләкин был – намыҫ эше. Әсәйемә бер ни тиклем ваҡыттан һуң ғына әйт тем," – тип яуапланы яҡташыбыҙ. Пилотһыҙ осоу аппараттары менән эш итеү нескәлектәренә яҡташыбыҙ өс ай дауамында Дондағы Ростовта уҡыған. Уҡытыу теорияны ла, полигондарҙа практик дәрестәрҙе лә үҙ эсенә алған. Арытабан батыр яҡташыбыҙ ике ай үҙ часындағы һалдаттарҙы БПЛА менән эш итергә өйрәтә – инструктор була. Уның һүҙҙәренсә, БПЛА – заманса һуғыштың киләсәге. Оператор техниканы белергә, шул уҡ урында ориентлашырға һәм теләһә ниндәй шарттарҙа эшләй белергә тейеш, сөнки иптәштәренең хәүефһеҙлеге уның ғәмәлдәренә бәйле. “Черный” Запорожье йүнәлешендә зенит-ракета полкында бүлек командиры, БПЛА операторы булып хеҙмәт итә. – Беҙ күк йөзөн даими күҙәтеп торабыҙ, сменалап эшләйбеҙ. Һәр ваҡыт эҙләнеүҙәбеҙ. Һәр осош – оло яуаплылыҡ. Беҙҙең бурыс – хәрби бурыс, уны дөрөҫ үтәргә кәрәк. Һөжүм итеүсе FPV дрондарҙы юҡ итәргә кәрәк беҙгә, – ти яҡташыбыҙ. Батыр һалдат ғинуар айында дошмандарҙың БПЛАларын асыҡлау һәм юҡ итеү буйынса бурыстарын үтәгәндә, оҫта һәм профессиональ эш итеү сәбәпле, ҡаршы яҡтың ике "Баба-Яга" гексакоптерлы БПЛАһын юҡ итә. Бөгөнгө көндә уның иҫәбендә – юҡ ителгән дошмандың өс дроны. "Черный" "Һуғышсан батырлыҡ өсөн" , "СВОла ҡатнашыусы" миҙалдары менән бүләкләнгән. "Черный"ҙың һүҙҙләренә ҡарағанда, уның өсөн БПЛА менән идара итеү – эш кенә түгел, ә штурмлау төркөмдәренә алға барыуҙа ярҙам итеү ҙә: ул, армияның «күҙҙәре һәм ҡолаҡтары» кеүек, дошман позициялары тураһында мәғлүмәтте таба һәм тапшыра, беҙҙең штурмовиктар был участокка кергәнсе уларҙы юҡ итергә мөмкинлек бирә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы әйтеүенсә, хеҙмәт ауырлыҡтарын еңергә һәм хәрби рухныҡлығын һаҡларға уға хеҙмәттәштәре һәм, әлбиттә инде, тугандарының – әсәһе, ҡустыһы һәм һеңлеһенең мөхәббәте һәм ярҙамы булышлыҡ итә. Эйе, махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеү оло яуаплылыҡ, әхләҡи һәм физик яҡтан ныҡлы булыуҙы талап итә. Ватанға мөхәббәт – матур һүҙ ҙәр генә түгел, ныҡлы уйланылған ғәмәлдәр ҙә. Хәрбиҙе өйөндә ғәзиз кешеләре, туғандары, дуҫтары һағынып көтә. Яҡташыбыҙға тиҙерәк Еңеү менән, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда БПЛА ғәскәрҙәренә контрактсылар йыйыу дауам итә. Хеҙмәт менән ҡыҙыҡһыныусылар 122 номерына шылтырата ала. Бынан тыш, Башҡортостанда контракт буйынса хеҙмәткә ҡағылышлы башбат.рф сайты яңыр тылды. Портал СВО зонаһында хеҙмәт итергә теләүселәр өсөн БПЛА ғәсғәрҙәренең өҫтөнлөк тәре тураһында мәғлүмәт менән тулыландырылды. Шулай уҡ барлыҡ һорауҙар менән 8-917 760-07-09 телефоны йәки Үрге Йәркәй ауылы, Коммунистик урамы, 17 адресы буйынса мөрәжәғәт итергә була. серҙәре уртаҡ, уй-маҡсаттары бер. Мөслимә апайға олоғайған көнөндә эргәһендә ныҡлы терәк булыуы – оло һөйөнөс. Ғәлимовтар ғаиләһе йәйге осорҙа Башҡортостандың үҙен сәлекле урындары, тәбиғәт һәйкәлдәре менән танышыу маҡсатында сәйәхәттәргә лә йөрөй. Улар сәнғәтте лә үҙ итә. Районда, республика күләмендә үткән сараларға ҙур теләк менән йөрөйҙәр. Матурлыҡҡа ғашиҡ, донъя көтөргә тырыш, матур тигеҙ итеүсе Ғәлимовтарҙың етеш тормошона, йүнселлегенә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Ғөмүмән, күршеләремдән уңдым, тип әйтә алам, сөнки шатлыҡтарҙы уртаҡла шырҙай, ауыр минуттарҙа килеп һыйынырҙай дуҫтарым бар. Киләсәктә лә бергә-бергә татыу, кәңәшләшеп, ярҙамлашып йәшәргә яҙһын. Ҡорған донъяғыҙ бәрәкәтле, шатлыҡ-бәхеттәргә тулы булһын, һәммәһен дә һоҡландырып балҡып торһын.