Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель , 11:45

Парлы булыу, терәк булыу – оло бәхет был ерҙә

Иҫке Ғүмәр ауылының хөрмәтле кешеләренең береһе – хеҙмәт һәм тыл ветераны Тәнзил Халиҡов 90 йәшлек ғүмер байрамын ҡаршыланы.

Парлы булыу, терәк булыу –  оло бәхет был  ерҙә
Парлы булыу, терәк булыу – оло бәхет был ерҙә

Иҫке Ғүмәр ауыл биләмәһе башлығы Айваз Сәлимуллин, ауыл старостаһы Хәмит Мөхәмәҙиев, мәҙәни саралар ойоштороусы Минзилә Ғүмәрова Тәнзил Хөснулла улын оло юбилейы менән тәбрикләнеләр, ихлас ҡотлау һүҙҙәре еткереп, район етәкселеге һәм ауыл хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын һәм бүләктәрен тапшырҙылар. Тәнзил 1936 йылда Иҫке Ғүмәр ауылында йәшәүсе Ғәтифә һәм Хөснулла Халиҡовтар ғаиләһен дә донъяға килә. Мәктәпте та мамлағас, «Алға» колхозында яғыулыҡ ташыу машинаһы шоферы булып хеҙмәт юлын башлай. Алға табан хаҡлы ялға сыҡҡансы оҙаҡ йылдар дуңғыҙсылыҡ фермаһында эшләй. Ҡайҙа ғына хеҙмәт һалһа ла, эшенән тәм, ләззәт табып көс түгә. Етәкселәр ҙә, хеҙмәттәштәре лә уны хөрмәт итә. 1973 йылда Тәнзил ағай Яңы Аҡбаш ауылы ҡыҙы Әлифәгә өйләнеп, ғаилә ҡороп йәшәй башлайҙар. Тормош иптәше етенсе синыфты тамамлағас, фермаға һауынсы булып төшкән була. Иҫке Ғүмәргә килен булып төшкәс, уға колхозда төрлө тармаҡтарҙа эшләргә тура килә. Һуңынан хаҡлы ялға сыҡҡансы дунғыҙсылыҡ фермаһында хеҙмәт һала. Улар күптәргә үрнәк булырлыҡ донъя көтөп, матур ғүмер кисерҙеләр, бер ҡыҙ һәм өс ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уртансы улдары Фәнис йөрәк ауырыуынан вафат булды. Өлкән улдары Фердинад – махсус хәрби операцияла. Төпсөктәре Фәнзил ҡатыны Надя менән ата-әсәһен тәрбиәләп, төп йортта йәшәйҙәр. Ҡыҙҙары Зәлифә ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй. Дауаханала оҙаҡ йылдар шәфҡәт туташы булып эшләй. Халиҡовтар тигеҙ пар булып, 53 йыл бергә ғүмер кисерәләр. Улар ғүмер буйы армай-талмай «Алға» колхозында намыҫлы хеҙмәт һалды. Күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары, Маҡтау билдәләре, Рәхмәт хаттары уларҙың эшенә бирелгән баһа тураһында һөйләй.–Лайыҡлы ялға сыҡҡансы көндө-төнгә ялғап эшләп, балалар үҫкәнде, тормош матурлығын күрмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Хәҙер үҙ көйөбөҙгә йәшәйбеҙ, – тиҙәр улар бер тауыштан. Бөгөн матур тормоштан бик ҡәнәғәт булып, изге теләктә балаларына иҫәнлек кенә теләп ғүмер итәләр. Балалары өсөн ҡәҙерле ата-әсә лә, ете ейән һәм алты бүләләренә һөйөклө ҡартәсәй-ҡартатай ҙа улар. Ауылыбыҙҙың был хөрмәтле парына изге теләктәр генә юллайбыҙ. Парлы булып, тормоштоң бар матурлығын күреп, төрлө тарафта йәшәгән балаларығыҙҙан шатлыҡлы хәбәрҙәр генә ҡаҡһын һеҙҙең ишекте. Хәләлегеҙ Әлифә апай менән аяҙ, тыныс күк йөҙө аҫтында шатлыҡ ҡыуаныстарға күмелеп, оҙон оҙаҡ йылдар бергә тигеҙ йәшәргә яҙһын.

Парлы булыу, терәк булыу –  оло бәхет был  ерҙә
Парлы булыу, терәк булыу – оло бәхет был ерҙә
Автор: Минзилә Ғүмәрова, ауыл хәбәрсеһе.
Читайте нас