Хәрби бәрелештәр барған зоналағы дошманға ҡаршы алыштарҙа һауа һәм ер тибындагы пилотһыҙ системалар ҡулланалар. Һәм был махсус хәрби операцияның төп спецификаһы-үҙенсәлеге тип ныҡлы әйтергә була. Снаряд менән ҡоралландырылған бер дрон танкты юҡ итә ала. Тик уға оҫта итеп идара итә белергә кәрәк. Тап бына шуның өсөн дә пилотһыҙ системалар ғаскәрҙәре булдырылып, унда хеҙмәт итеүсе хәрбиҙәр һаны арттырыла. Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүҙең төп өҫтөнлөктәре ниндәй һуң? БПЛА операторҙары дошман менән туранан-туры бәрелеш барған линиянан алыҫта эшләйҙәр. Улар өсөн хәүефһеҙлектең юғары дәрәжәһе тәьмин ителә. Был төр ғәскәрҙә хеҙмәт итеү өсөн 18 йәштән 45 йәшкәсә ир-егеттәрҙе көтәләр. Шулай уҡ Оборона министрлығы менән контрактты башта бер йылға төҙөп була. Уны үткәндән һуң хәрбиҙәр был эштән китә йәки яңы контракт төҙөй ала. Контрактта пилотһыҙ осҡосҡа идара итеүсене уның риҙалығынан тыш башҡа хеҙмәтте башҡарыу өсөн йәки икенсе ғәскәр төрҙәренә күсереп булмай тип яҙыла. БПЛА ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүгә контракт төҙөгән хәрбиҙәр тулы социаль пакеттан – закон тарафынан ҡаралған бөтә түләүҙәрҙән, ташламаларҙан һәм социаль гарантияларҙан файҙалана ала. Бынан тыш, студенттар өсөн махсус шарттар бар. Юғары уҡыу йортонда белем алыусылар бер йылға академия отпускаһын алып, контракт төҙөй һәм бер йылдан һуң бюджет нигеҙендә уҡыуын дауам итә ала. Нәтижәле эшсәнлек өсөн өҫтәмә түләү дә ҡаралған. БПЛА ғаскәрҙәрендә хеҙмәт итеү шарттары менән ҡыҙыҡһыныусылар ошо хаҡтағы тулыраҡ мәғлүмәттәрҙе башбат.рф. сайтында, шулай уҡ 122 номеры буйынса шалтыратып йәки Саҡмағош районы үҙәгенең Ленин урамындағы 51-нсе һанлы бинала урынлашҡан хәрби комиссариатҡа 8-927-22-94-337 телефоны аша мөрәжәғәт итеп белә ала. [Ссылка] Уфа и Башкортостан http://xn--80aabb0g7a.xn--p1ai