Балалар ижад үҙәге ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған «Ғаилә уйындары» спорт-күңел асыу сараһын ойошторҙо. Байрам күңелле уйындан башланды, һуңынан командалар үҙҙәренең «Визит карточкаларын» тәҡдим иттеләр. Арытабан барлыҡ ғаиләләр үҙ-ара ярышырға керештеләр. Командаларға йүгереү, һикереү буйынса ҡыҙыҡлы, шул ук вакытта ҡатмарлы конкурстар тәҡдим ителде. Улар үҙҙәренең спорт оҫталыҡтарын күрһәтә алдылар. Байрам дуҫтарса йылы атмосферала уҙҙы. Барлыҡ ҡатнашыусыларҙа дәрт һәм уңай хис-кисерештәр алды. Балаларҙың да күҙҙәре бәхет менән балҡыны, сөнки улар йәнә шәһендә ата-әсәләрелә бар ине. Ғаилә күптәр өсөн тормошта һәр ваҡыт мөһим. Әлеге сарала ата-әсәләр ҙур теләк менән ҡатнаштылар: улар йүгерҙеләр һәм һикерҙеләр, балаларса уйнанылар, еңеүҙәргә һөйөндөләр. Ә балалар уларҙың яратыуына һәм ҡайғыртыуына шатландылар. Был байрам балаларҙың һәм уларҙың ата-әсәләренең хәтерендә оҙаҡҡа һаҡланып ҡаласаҡ.