Ғаилә – тормошта ин мөһиме, сөнки бында йәш быуындың физик һәм рухи үҫешенә нигеҙ һалына, киләсәге билдәләнә. Ҙур һәм татыу ғаиләлә бергәләшеп уңыштарға һөйөнәһең, борсолаһың, төрлө файҙалы ғәмәлдәр ҡылаһың... Мәшәҡәтле эш көнө тамамланғандан һуң йылы, уңайлы йортоңа, һине көтөп тороусы яҡындарың янына ҡайтыу ниндәй күңелле! Моғайын, ғаилә ҡәҙерен белгәндәр генә ысын-ысындан бәхетлелер. Бөгөнгө яҙмам геройҙары – Әхмәт аулында йәшәүсе Рита һәм Әхәт Әминевтар – нәҡ шундай кешеләр. Улар инде утыз ете йыл тормош һуҡмағынан ҡулға-ҡул тотоношоп, йәш быуынға үрнәк күрһәтеп, бергә атлайҙар. Әхәт Әхмәт ауылында алты балаға ғүмер бүләк иткән Люциә һәм Сабит Әминевтарҙың ишле ғаиләһендә тыуа. Рита – Балтас районы Тушҡыр ауылынан, Раҡия һәм Фоат Вәлиәхмәтовтар ғаиләһендә тыуып үҫә. Бөрө фармацевтика училищеһын тамамлап, беҙҙең районға эшкә ебәрелә. Хеҙмәт юлын 13-сө Кушнаренко дәүләт дарыуханаһында башлай. Әхәт был ваҡытта район ауыл хужалығы продукттарын әҙерләү кон тораһының Әхмәттәге филиалында эшләй. Дарыуханаға дарыуҙар алырға ингәс, Рита менән таныша. Улар никахлашырға ҡарар ҡылғансы өс йыл бер-береһе менән дуҫ булып, аралашып тора. 1989 йылдын август айында ауылды гөрләтеп туйҙары үтә. Йәштәр еңел тормош эҙләп ҡалаға китмәй, Әхәттең ата-әсәһе йортонда йәшәргә ҡала. Рита егерме ике йыл буйы үҙен өлгөр, булдыҡлы, күндәм килен итеп күрһәтә. Ҡәйнәһенең: «Бер-берегеҙ, туғандарығыҙ, күршеләрегеҙ менән татыу йәшәгеҙ», – тигән һүҙҙәре әлеге парҙың тормош девизына әйләнә. Һис шик һеҙ, өлкән быуындың аҡыллы кәңәштәре уларға татыу ғаилә төҙөргә ярҙам итә. 1990 йылда, барыһын да һөйөндөрөп, беренсе сабыйҙары – Айҙар тыуа. 1992 йылдың ғинуарында Эльвира донъяға килә. Балаларҙы сәләмәт үҫтереү һәм уларға дөрөҫ тәрбиә биреү – ата-әсәнең төп бурысы. Әминевтар быны уңышлы үтәй: ҡыҙҙарыла, улдары ла тормошта үҙ урынын таба. 1994 йылда Рита иптәше менән ауыл хужалығы продукттарын әҙерләү контораһында бергә эшләргә ҡарар итә. Бында улар ун йыл буйы бер-береһенә терәк булып, ярҙамлашып хеҙмәт һала. Үҙ көстәре менән ҙур һәм матур йорт төҙөйҙәр. Уға урам яғынан баҡһаң, бында тырыш, уңған кешеләр йәшәүен самаларға мөмкин. Ә эскәрәк үткән һайын таҙалыҡ һәм тәртиптең ихатала ғына түгел, өй түрендәлә хөкөм һөргәнен күрәһең. 2000 йылдарҙа Әминевтар ғаилә бизнесы тураһында уйлана башлай. 2004 йылда берҙәм фекергә килеп, элекке кибет бинаһын һатып алып, шәхси эшҡыу- арлыҡ менән шөғөлләнә башлайҙар. Бына инде егерме ике йыл тотороҡло рәүештә ауыл халҡын аҙыҡ-түлек, хужалыҡ һәм канцелярия тауарҙары, көндәлек кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итәләр, ғәҙел һәм намыҫлы эшләйҙәр. Ауылдаштары уларҙың хеҙмәтенән бик ҡәнәғәт, сөнки кибет ваҡытында асыла, баҙар талаптары һәм һатып алыусыларҙың ихтыяждары һәр ваҡыт иҫәпкә алына, махсус заказдарҙы өйгәлә килтереп бирәләр, ә иң мөһиме – һатыусылар асыҡ йөҙлө һәм выжданлы. Һатып алыусылары Әминевтарҙы ихтирам итә һәм уларға рәхмәтле. Булдыҡлы пар шәхси хужалыҡта тота: һыйыр малдары аҫрай, шаҡтай ҙур баҡсалары бар. Рита унда һәм йорт эсендәлә ниндәй генә сәскәләр үҫтермәй! Был мауығыу – уның йән талабы. Яҙма геройҙары эш күп булыуына бер ҡасан да зарланмай, сөнки ҡул ҡаушарып ултырырға, ваҡытты бушҡа үткәрергә өйрән мәгән, кесе йәштән үк шулай тәрбиәләнгән. Башҡарылған һәр ғәмәлдәре күнелдәрендә шатлыҡ уята, алға таба йәшәргә көс бирә. Хәҙер инде үҙҙәрелә эшҡыуарлыҡ юлын һайлаған Өфәлә йәшәүсе балалары ғаиләләре менән тыуған йорттарына йыш ҡайта, ата-әсәләренә хужалыҡта ярҙамлаша, улар менән бергә булырға тырыша. Рита Фоат ҡыҙы менән Әхәт Сабит улының нәҫел дауамсылары – һөйөнөп туймаҫлыҡ өс ейәне үҫә. Ҡартатай менән өләсәй үҙҙәрелә башҡалаға уларҙы күрергә йыш йөрөй. Сабырлыҡ төбө – һары алтын, ти халыҡ аҡылы. Бөгөн ауылда йәшәр өсөн барлыҡ шарттарҙа бар. Әммә быға ирешеү ҙур тырышлыҡ, көс-ҡеүәт, хеҙмәт һөйөү һәм түҙемлек һорай. Әминевтарҙа был сифаттарҙың барыһыла бар. Улар бергә йәшәлгән һәр көндөң ҡәҙерен белә һәм бының өсөн яҙмыштарына рәхмәтле. Был һоҡланғыс парға ҡарап, ауылыбыҙҙа ниндәй матур һәм бәхетле ғаилә йәшәй, тип уйлап ҡуяһың. Күптән түгел Ританың 87 йәшлек әсәһе – Раҡыя әбей ҡыҙы һәм кейәүе янында ҡунаҡта булды. Балаларында үҙ өйөндәгеләй хис итһен өсөн иҫ киткес иғти бар, хәстәрлек һәм мөхәббәт менән солғап алдылар. Бөгөн дә Рита менән Әхәт, бал ҡорттары һымаҡ, бик иртә торалар, хужалыҡтағы бөтөн эштәрҙе башҡарып, бергәләп эшкә ашығалар. Улар республикабыҙ буйлап сәйәхәт итергә, балалар, ейәндәр, яҡындарына күберәк иғтибар бирергә, баҡсасылыҡ менән кинәнеп шөғөлләнергә хыяллана. Әминевтарҙың теләктәре яҡты, изге, ирешеп була торғандарҙан. Барлыҡ ниәттәрегеҙҙең дә үтәлеүен, уларҙы тормошҡа ашырырға көс һәм ваҡытығыҙҙың етеүен теләйбеҙ!