

Яҙмам геройы Талбазы ауылында тыуып үҫә, бында юллама буйынса эшкә килә. Тиҙҙән кейәүгә сыға. Йәш ғаиләлә ул һәм ҡыҙ тыуа. Ҡыҙғанысҡа, бөгөн яңғыҙ ғына тормош көтә, йорт янындағы баҡсала йәшелсәләр үҫтерә. Кистәрен клубҡа йөрөй, үҙешсән сәнғәттә ҡатнаша, ауылдаштары менән аралаша. Көндәлек мәшәҡәттәрҙән торған тормошонда ғәзиз улы тураһындағы уйҙар ғына күнелен бимазалай, сөнки Айнур 2023 йылдын көҙөнән бирле СВО төбәгендә.
–Махсус хәрби операция башланғас та, Айнур хеҙмәткә китеү тураһында һөйләй башланы, «Вагнер» хәрби-хосуси компанияһына яҙылырға теләне. Мин, әсәй булараҡ, ҡәтғи ҡаршы килдем. Ҡыҙым Ынйы тормош иптәше Станислав менән хәлемде белергә ҡайттылар. СВО төбәгендә даими хәрби хеҙмәттәге кейәүем улымды үҙе менән алып китте...
Улым ябай малай булып үҫте. Мәктәптә тарих фәнен бик яратты, ҡыҙыҡһынып уҡыны. Алға табан Михайловка һөнәри училищеһында белем алып, транспорт йөрөтөүсе таныҡлығына эйә булды. Ваҡытлы хеҙмәтен Хабаровск ҡалаһында инженер ғәскәрҙәрендә үтте, – тип һөйләне Миләүшә Нуриян ҡыҙы.
Хәрби әҙерлек үткән Айнурҙы Донецк Халыҡ Республикаһына ебәрәләр. Бында «Кэмэл» позывнойлы яугир халыҡ милицияһында водитель вазифаһын башҡара. Унан штурмлаусылар подразделениеһына күсерелә, унда өс ай була. Бөгөн ул – танк полкында машина йөрөтә.
–Айнур ике тапҡыр яраланды, ҡулы һәм аяғы йәрәхәтләнде.Улым зарланмай, моғайын, күнел тыныслығымды һаҡлай һәм үҙе тураһында әҙ һөйләй. Элемтәгә сыҡҡас, барыһы ла яҡшы тип, борсолмаҫҡа ҡуша. Ватсап аша үҙем генә, ә MAX буйынса икәү яҙышабыҙ. Һәр ваҡыт хәбәрҙәр көтәм, СВО төбәгендәге яңылыҡтарҙы һәм сюжеттарҙы даими ҡарайым, – тине һалдаттын әсәһе.
Ир-егеттәребеҙ өлөшөнә ауыр һынауҙар төштө. «Кэмэл» һуғышсан бурыстарын лайыҡлы үтәй. Миләүшә Камалова уның наградалары тураһында ғорурланып һөйләй. Айнур Жуков миҙалы менән бүләкләнгән, «Һуғышсан батырлыҡ өсөн» миҙалына тәҡдим ителгән.
Красногоровка ҡалаһын азат иткәс, яҡташыбыҙға ял бирелде. Аулына инде өсөнсө тапҡыр ҡайтыуы. Миләүшә Нуриян ҡыҙы улын түҙемһеҙләнеп көтә һәм уға, һөйөнөп, яратҡан ризыҡтары: туҡмаслы аш, бәлеш, борщ әҙерләй. Яугир хеҙмәттәштәренә сәк-сәк, бал, тоҙланған йәшелсәләр, әсәһе хәстәрләгән тушенкалар алып китә.
–Яҡшы йәшәйем, иғтибарһыҙ ҡалмайым. Ауыл биләмәһе башлығы Айваз Сәлимуллин яныма даими инеп, хәлемде белеп тора. Хакимиәт төрлө сараларға саҡыра, байрамдар менән ҡотлай. Бына әле күптән түгел генә ауыл Советы бушлай тулы бер арба утын килтерҙе...
Хоҙайҙан яҡлаусыларыбыҙ, улдарыбыҙ, ирҙәребеҙ өсөн һаулыҡ һәм ғүмер һарайбыҙ. Улар өсөн борсолабыҙ, барыһынын да өйгә ҡайтыуҙарын көтәбез. Әсәләр һәр ваҡыт көтә, ышаныс һәм өмөт менән йәшәй.