САРМАНАЙ
+7 °С
Облачно
Новости
25 Декабря 2025, 05:35

Ҡыш бабайҙар парады

Республика ҡала һәм ауылдарында Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙарҙың парадтары үтә. Районыбыҙ ҙа әлеге саранан ситтә ҡалманы. Яңы йыл алдынан мәҙәниәт бүлеге ойоштороуында, яратҡан әкиәт геройҙары мәҙәниәт-спорт комплексынан үҙәк майҙандағы шыршыға ҡәҙәр саф һауала йөрөп үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡыш бабайҙар парадыҠыш бабайҙар парады
Ҡыш бабайҙар парады

 

Бындаң тылсымсылар – Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу райондың хатта бик йыраҡ ауылдарынан да килде.

Улар ярҙамсылары – урман йәнлектәре менән бергә ҡунаҡтар өсөн күп ҡыҙыҡлы майҙансыҡтар әҙерләне. Унда ваҡытты күңелле үткәрергә мөмкин булды, концерт та күрһәтелде.

Парад: «Бер, ике, өс! Шыршы, шыршы ҡабын һин, уттарыңды балҡыт һин!» –тигән һүҙҙәр менән тамамланды. Байрам шыршыһында уттар йемелдәне һәм барыһы ла Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу, әкиәт геройҙары менән әйлән-бәйлән бейергә төштө.

Ҡыш бабайҙар парады
Ҡыш бабайҙар парады
Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас