-9 °С
Болотло
Бай тарихлы телебеҙ 1999 йылда ҡабул ителгән “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” Закон нигеҙендә илебеҙҙең Дәүләт теле тип иғлан ителде. Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 2019 йылдан башлап 14 декабрь Башҡорт теле көнө булараҡ билдәләнә. Ошо уңайҙан Саҡмағош беренсе урта мәктәбенең 3-сө "в" класында Берҙәм асыҡ дәрес үтте. Уҡыусылар дәрестә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмзилә Рауил ҡыҙы Исламғәлиева етәкселегендә Белем иленә сәйәхәткә сыҡты. Улар башҡорт теле буйынса белемдәрен ҡулланып, төрлө станцияларға юл тотто.