–Беренсе тапҡыр ҡайтҡанда күнелемдә анлатып бөтөп булмаҫтай хистәр кисерҙем. Әсәйемде, туғандарым һәм ауылымды күреү – ин ҡәҙерле миҙгелдәрем, – ти «Скиф» ҡушаматлы яугир.
Ял көндәрен ул туғандары менән үткәрҙе. Яҡлаусыларыбыҙ өсөн ин мөһиме – яҡындарынын уларҙы яратыуҙарын һәм көтөүҙәрен тойоу. Ә туғандары көн һайын уҡылған доғалары һәм яҡшы һүҙҙәре менән уға ярҙам итәләр.
–Алғы һыҙыҡтағылар өсөн ярҙам бик мөһим. Туғандар мөхәббәте һәм хәстәрлеге – ябай төшөнсәләр генә түгел, ә даими кисерештәр. Ә ысын ир-аттарҙын бурысы ғаиләне, яҡындарын һәм туғандарын яҡлау менән бәйле. Херсонда, Луганскта урындағы халыҡтын осрашҡан хәүеф янауҙарҙан һакланыуға мохтаж булыуҙарын үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Иптәштәрен менән ингә-ин торғанда, үҙендећ ябай хәрби подразделениенан да ҙурыраҡ ниндәйҙер бер төшөнсәнен бер өлөшө булыуынды анлайһын. Һин – халҡынды һәм үҙ еренде яҡлаусы. Әле махсус хђрби операция булмаған ваҡытта телевизорҙан күргән «Үлемһеҙ полк» һәр ваҡыт күҙ алдымда тора. Был беҙҙен Ватанды һаҡлаған бабаларыбыҙҙын менләгән портреты кеүек кенә. Ләкин уларҙын батырлығы һәм рухи ныҡлығы Ватаныбыҙҙы көслө һәм енелмәҫ яһаны. Һәм беҙ, ейәндәре булараҡ, үҙебеҙҙе лайыҡлы тоторға һәм уларҙын намыҫына тап төшөрмәҫкә һәм фашизмды бөтөрөргә тейешбеҙ, – тине Илшат Рәис улы.
Ике йыл элек ул Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, үҙе теләп махсус хәрби операция төбәгенә китергә тигән етди ҡарар ҡабул итә. Хеҙмәткә физик яҡтан да, психологик яҡтан да әҙерләнә, туғандары менән һөйләшә. Илшаттын фекерен улар ҙа хуплай.
–Әсәйҙе оһаҡ ҡына тынысландырырға тура килде инде. Әммә ул барыһын да анланы. Енеү менән йортома әйләнеп ҡайтасаҡмын, – тине әнгәмәләшем.
Яҡташыбыҙ Өфөлә тыуып үҫә. Һунынан улар Кушнаренкоға күсенә.
–Кушнаренко – әсәйемден туған төйәге. Бала сағымдан уҡ бында ҡайтырға ярата инем. Күнелем менән һәр саҡ бында тартылам, – ти һалдат.
Ял көндәре бик һиҙелмәй ҙә үтеп китә. Яҡташыбыҙ ҙа тиҙҙән иптәштәре янына ҡабат әйләнеп ҡайтасаҡ. Илшат иленә ярҙам итәсәгенә ышана, улар һаҡлаған тыныс тормоштон ҡәҙерен белергә өндәй, берҙәмлек һәм ярҙамдын мөһимлеген онотмауҙарын үтенә.
–Мин Ватаныма хеҙмәт итергә китәм һәм бынын менән ғорурланам, – тине «Скиф» хушлашҡанда. Был хушлашыу ваҡытлыса ғына булыуын теләйбеҙ.