Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ноябрь 2025, 21:55

Тура бәйләнештә – Төбәк Башлығы

Алдан хәбәр ителгәнсә, бөгөн, 11 ноябрь кисендә, 19.00 сәғәттә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Тура линия үткәреп, журналистар, әүҙем йәмәғәтселәр, блогерҙар һәм республикала йәшәүселәрҙең һорауҙарына яуап бирә башланы.

Тура бәйләнештә – Төбәк Башлығы
Тура бәйләнештә – Төбәк Башлығы

Сарала әйҙәүсе федераль һәм республика киң мәғлүмәт саралары журналистары ҡатнаша. Тура линияны "Башинформ" агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов, "Республика Башкортостан" Нәшриәт йортоноң генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина һәм Башҡортостан Башлығының матбуғат секретары Денис Ғәниев алып бара. Республика етәксеһе үткәргән тура бәйләнеш башланыр алдынан 4,5 меңдән ашыу ҡабул ителгән. Уларҙың бернисә тиҫтәһенә Радий Фәрит улы эфир барышында яуап бирәсәк, ҡалғандары ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай, бөтәһе лә эшкәртеүгә алынасаҡ. Төбәк башлығы менән тура эфир дауамында телефон бәйләнеше аша йәнә 1430 һорау ҡабул ителде. Дөйөм алғанда, тура эфирҙың икенсе сәғәте тамамланыуға граждандарҙан 7 меңдән ашыу үтенес еткерелгән. Иң йыш күтәрелгән мәсьәләләр – юлдар, торлаҡ-коммуналь хужалығы, төҙөкләндереү тураһында. Үтенестәрҙең шаҡтай өлөшө социаль селтәрҙәр һәм чат-боттар аша ла ҡабул ителгән. Хәбәрҙәрҙең яртыһы тиерлек МАХ мессенджеры аша килгән.

Тура бәйләнештә – Төбәк Башлығы
Тура бәйләнештә – Төбәк Башлығы
Автор: Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас