Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ноябрь 2025, 22:45

Махсус хәрби операцияға ярҙам – төп өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе

Махсус хәрби операцияға ярҙам – төп өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе Тура эфир барышында төбәк етәксеһе махсус хәрби операция бурыстарын үтәүсе яугирҙәрҙән дә бернисә мөрәжәғәт ҡабул итеп, уларҙың һорауҙарына яуап ҡайтарҙы.

Махсус хәрби операцияға ярҙам – төп өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе
Махсус хәрби операцияға ярҙам – төп өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе

Радий Фәрит улына махсус хәрби операция бурыстарын үтәүсе яугирҙәрҙең ул тамамланғандан һуңғы яҙмыштары, шул иҫәптән "Башҡортостан Геройҙары" программаһының дауамы тураһындағы һорауын төбәктең махсус хәрби операция ветерандары Ассоциацияһы директоры Дмитрий Смирнов еткерҙе. Уның һорауына яуап биреп, төбәк етәксеһе әлеге ваҡытҡа ҡайтҡан ветеран хәрбиҙәрҙең эшкә урынлаштырылуы, "Башҡортостан Геройҙары" кадрҙар программаһы сиктәрендә 70 кеше белем алыуы тураһында һөйләне. Хәрби операция тамамланғас, Башҡортостанға бернисә тиҫтә мең яугир ҡайтасаҡ. Ә инде хәҙерге ваҡытҡа туған яҡҡа ҡайтҡан 2700 ветерандың ике меңдән ашыуы нигеҙҙә үҙҙәренең баштағы эш урындарына урынлашҡан. Йәнә 700 кеше инвалидлыҡ төркөмөнә эйә булған, улар менән реабилитация һәм социализация буйынса айырым эшсәнлек алып бара. Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы менән тура эфир барышында Александр Доставалов исемендәге батальон яугиры, гвардия лейтенанты Рөстәм Сафин һәм уның гүмер юлдашы Илнара Сафина менән телекүпер булдырылды. Офицер республика етәксеһенә гуманитар ярҙам һәм хәрбиҙәргә ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе. Дөйөм алғанда, махсус хәрби операцияға ярҙам итеү сараларына 2025 йылда 26 млрд. һум аҡса бүленгән. План буйынса ул 32 млрд. һум. Республика етәксеһе был һандарҙы "Интерфакс" агентлығы хәбәрсеһе Гүзәл Ғәләүетдинованың төбәк иҡтисадын махсус хәрби операция тамамланғандан һуң көткән һынауҙарға ҡағылышлы һорауына яуап биргәндә яңғыратты. "Әле заман ҡатмарлы, һәм был хәл хәрби операция тамамланғас үҙгәрер. 2025 йылда махсус операцияға ярҙам итеү сараларына 26 млрд. һум бүленде, ә 32 млрд. һум кәрәк. Был сумма 3-4 йыл элек беҙҙең бюджетты планлаштырғанда күҙалланмаған ине, шуға ла мөмкинлектәр араһында өҙөклөктәр барлыҡҡа килә. Бюджет дефициты килеп тыуа. Был үлемесле түгел. Мин һәрваҡыт аҡса эшләргә тейеш тигән феҡер менән эш итәм, – тине Радий Фәрит улы. – Беҙҙең ағымдағы бурыстарыбыҙ һәм күрһәткестәребеҙ билдәләнгән. Һәм беҙ уларҙы үтәргә тейешбеҙ. Төбәк – илдә дөйөмдәүләт проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса лидер. Был иһә республикаға финанстар йәлеп итеүгә ярҙам итә". Ул шулай уҡ махсус операция тамамланғас, Бөйөҡ Ватан һуғышынан һуң күҙәтелгән кеүек, тыуым да артыр тигән ышаныс белдерҙе.

Махсус хәрби операцияға ярҙам – төп өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе
Махсус хәрби операцияға ярҙам – төп өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе
Автор: Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас