Республика етәксеһенә бер нисә ысул менән яҙма йә видеоһорау бирергә мөмкин:
✅ Башҡортостан Башлығының рәсми сайтындағы махсус бүлектә: vopros.glavarb.ru
✅ MAX милли мессенджерында чат-бот аша: https://max.ru/glavarb_pl_bot
✅ «Телеграм»да чат-бот аша: https://t.me/glavarb_pl_bot
✅ «Бәйләнештә» чат-бот аша: https://vk.me/glavarb_pl_bot
✅ «Одноклассники» селтәрендә чат-бот аша: https://ok.ru/group/70000042373707/messages
✅ «Дәүләт хеҙмәттәре. Бергә хәл итәбеҙ» сервисында: https://pos.gosuslugi.ru/lkp/direct-
line/10441/
Әгәр ҙә һеҙ видеоһорау яҙырға уйлаһағыҙ, тәҡдимдәрҙе иғтибар менән өйрәнегеҙ:
✅ Видеояҙма башында исем-фамилияғыҙҙы, атайығыҙҙың исемен, ауыл йә ҡалағыҙҙы,
районығыҙҙы әйтегеҙ, шунан ғына һорауығыҙҙы бирегеҙ.
✅ Мобиль ҡушымта аша һалғанда видеоның оҙонлоғо бер минуттан да артмаһын.
Компьютерҙа 10 мегабайттан ашыу булырға тейеш түгел.
✅ Видеояҙманы яҡтыла төшөрөгөҙ. Һорау биреүсе кешенең йөҙө асыҡ күренһен, күләгә
төшмәһен.
✅ Һорау биреүсенең артында тәҙрә, лампа йәки башҡа яҡтылыҡ сығанағы булмаһын.
✅ Видеоны яҙҙырғанда камераны горизонталь тотоғоҙ, шылдырмағыҙ. Камера ныҡ
беркетелгән булһын.
✅ Видеоны телефондың фронталь камераһына селфи рәүешендә төшөрһәгеҙ ҙә
горизонталь тотоғоҙ.
✅ Видеоһорау урамда яҙылһа, һеҙҙең тауыш яҡшы ишетелергә тейеш.
✅ Һорауҙы бер төркөм кеше бирһә, һәр береһенең йөҙө асыҡ күренһен, тауышы яҡшы
ишетелһен. Мөмкинлек булғанда микрофон ҡулланығыҙ.
✅ Бер планда төшөрөгөҙ һәм ебәрерҙән алда видеояҙманы монтажламағыҙ.
✅ Яҙмаға музыка һалмағыҙ. Сит тауыштар булмаһын.
✅ Видеоның аҙағында һорауҙың Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә булыуын
әйтегеҙ.
Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә видеоһорауҙар 10 ноябрь киске сәғәт 7-гә тиклем
ҡабул ителә.