Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ноябрь 2025, 09:30

Именлек нигеҙе – берҙәмлектә

Бөгөн илебеҙҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнө билдәләнә.

Именлек нигеҙе – берҙәмлектә
Именлек нигеҙе – берҙәмлектә

Беҙҙе, күп милләтле туған илебеҙҙә йәшәүсе ватандаштарҙы, бөтәбөҙ өсөн дә уртаҡ булған тарихыбыҙ берләштерә. Рәсәй халыҡтары күп быуаттар дауамында бер-береһенә иңгә-иң терәп ғәзиз илен дошман баҫҡынсыларынан һаҡлай, төрлө милләттәр вәкилдәре уртаҡ маҡсат менән берләшеп, илебеҙҙе төҙөй, матурлай, иген үҫтерә, мал үрсетә, йыһан киңлектәрен яулай, быға ҡәҙәр асылмаған серҙәрҙе буйһондора. Боларҙың бөтәһенә лә милләт-ара татыулыҡ, кешеләр араһында дуҫлыҡ, бер-береңде ихтирам итеү, килешеп йәшәү арҡаһында ирешелә һәм был шулай дауам итергә тейеш тә. Ошо ҙур дәүләт байрамы уңайынан бөтә яҡташтарға ла таҙалыҡ-һаулыҡ, бәрәкәтле, бәхетле тигеҙ тормош, яңынан-яңы хеҙмәт еңеүҙәре яулап, имен-тыныс илебеҙҙә бер ҡайғыһыҙ оҙон ғүмер теләйбеҙ.

Автор: Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас