Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Октябрь 2025, 14:29

Сабыйҙар тауыштары тынмаһын

Илебеҙҙә, республикабыҙҙа булдырылған федераль һәм милли проекттар ярҙамы менән күп төрлө файҙалы эштәр башҡарыла, социаль объекттар төҙөлә.

Сабыйҙар тауыштары тынмаһын
Сабыйҙар тауыштары тынмаһын

Шундай мөһим ваҡиғаларҙың береһе Республика көнөндә Мәскәү ауылында уҙҙы. Бында «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы ярҙамында балалар өсөн сағыу, заманса һәм хәүефһеҙ балалар майҙансығы үҙ ҡосағын асты! Республика быҙҙың 35 йыллығын тантана иткәндә уның һәм ауылдарыбыҙҙың көндән-көн нисек үҫешеүен һәм яҡшырыуын күреү айырыуса ҡыуаныслы! Мәскәүҙәрҙең шатлығын ур-таҡлашырға Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манапов, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Салауат Сәхи улы Хөсәйенов һәм Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Сәғәҙәтулла улы Йосопов та килде. Объекттар асыуҙың төп символына әүерелгән ал таҫманы ҡырҡыу хоҡуғын улар майҙансыҡ хужалары – балаларға тапшырҙы. Арытаба мөхтәрәм ҡунаҡтар кескәй егет-ҡыҙҙар менән төрлө уйын урындарын, тренажерҙарҙы ҡарап сыҡтылар. Район етәксеһе Риф Сәғәҙә тулла улы һәм Мәскәү ауылы биләмәһе башлығы Динар Заһит улы Хөснөтдинов программала ҡатнашып, ошо урынды барлыҡҡа килтереүгә көс һалған бер төркөм яҡташтарыбыҙға Маҡтау грамоталары тапшырҙы. Тантаналы осрашыу Дүртөйлө татар драма һәм комедия Денис Мансуров. театры артистары, ауылдың үҙешсәндәре, районыбыҙҙың йәш йондоҙсоҡтарының моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре менән үрелеп барды. Әкиәт геройҙары ла был көндө байрам ҡунаҡтары булды, балалар улар менән уйнап, рәхәтләнеп күңел асты, йөҙҙәрендә йылмайыу һис кенә лә һүрелмәне. Эйе, тап ошо ихлас йылмай ыуҙар өсөн шундай майҙансыҡ тар төҙөлә лә инде. Балаларҙың ошо хәсрәтһеҙ көлөүҙәре яңғыраһын өсөн атай-олатайҙарыбыҙҙың һуғыш яландарында ятып ҡалғандарын, бөгөн дә егеттәребеҙҙең дошман менән көрәшеүен онотмай мәскәүҙәр. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы һәм Ватанды һаҡлаусылар йылы уңайынан улар Еңеү аллея һын булдырырға уйлаған. Батыр геройҙарыбыҙ иҫтәлеген хөрмәтләп, байрамдың хөрмәтле ҡунаҡтары һәм ауыл халҡы унда ағастар ултыртты. Ата-бабаларыбыҙ беҙгә тыныслыҡ бүләк иткән кеүек, ошо үҫентеләрҙә бейеккә үҫеп, бөтә кешеләргә сихәтен, һауаһын, күләгәһен өләшеп торһон. Ағастар менән уҙышып, балаларыбыҙҙа белем ле, тәрбиәле булып үҫһендәр.

Сабыйҙар тауыштары тынмаһын
Сабыйҙар тауыштары тынмаһын
Сабыйҙар тауыштары тынмаһын
Сабыйҙар тауыштары тынмаһын
Сабыйҙар тауыштары тынмаһын
Сабыйҙар тауыштары тынмаһын
Сабыйҙар тауыштары тынмаһын
Сабыйҙар тауыштары тынмаһын
Автор: Денис Мансуров
Читайте нас