САРМАНАЙ
-1 °С
Ясно
Новости
14 Июня 2025, 06:00

Индәрендә – оло яуаплылыҡ

1 июндә «Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт фонды асылыуға ике йыл тулды. Был дәүер эсендә бөтә ил буйынса уның бүлексәләре асылды, шул иҫәптән беҙҙең Дүртөйлөлә лә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Индәрендә – оло яуаплылыҡИндәрендә – оло яуаплылыҡ
Индәрендә – оло яуаплылыҡ

 

Бөгөнгө көндә район филиалында өс социаль координатор эшләй. Ришат Вәлиев, Гүзәл Рәшитова һәм Гөлбахор Шакированың иңендә ҙур яуаплылыҡ ята: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, һәләк булғандарҙың ғаилә ағзаларының мәнфәғәттәрен ҡайғыртыу – улар елкәһендә.

Ике йыл эшләү дәүерендә социаль координаторҙарыбыҙ 5 меңдән ашыу мөрәжәғәт-үтенестәрҙе ҡабул иткән. Өйҙәренә ҡайтҡан яҡлаусыларыбыҙға реабилитация һәм социализация үтергә, яңы һөнәр алырға, эш табырға, медицина, юридик һәм башҡа мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә лә баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәтәләр улар. Бынан тыш, мохтаждарға торлаҡты яраҡлаштырыу тураһында ла хәстәрлек күрәләр. Ойошма етәксеһе, Ришат Рик улы Вәлиев гуманитар конвойҙарҙы оҙатып йөрөүҙә даими ҡатнаша.

«Ватанды һаҡлаусылар» фондының «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» девизы Дүртөйлө координаторҙарының ҙа эшсәнлек асылын бик яҡшы сағылдыра. Һәр мәсьәләгә улар ентекле ҡарай, һәр береһе буйынса кәрәк ғәмәлдәрҙе булдырырға тырыша, барлыҡ мөрәжәғәт итеүселәргә иғтибар һәм хәстәрлек күрһәтә. Уларға еңел булмаған, әммә изге эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Денис Мансуров
Читайте нас