+11 °С
Болотло
«Балалар өсөн проза» номинацияһында Рәсәйҙең төрлө өлкәләре һәм ҡалаларынан, шулай уҡ Әзербайжан, Беларус, Болгария, Бөйөк Британия, Германия Федератив Республикаһы, Казахстан, Канада, Ҡырғыҙстан, Молдова, Украина, Франция һәм Чилиҙан 484 автор ҡатнашты.
Беҙҙең танылған яҡташыбыҙ М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының рус әҙәбиәте кафедраһы профессоры Алесандр Шуралев «Балалар өсөн шиғырҙар» номинацияһында уңышлы ҡатнашып, бәйгенең дипломанты исеменә лайыҡ булды.