САРМАНАЙ
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар , 14:45

Бергәләп һөйөнәйек!

«Балалар – иң бөйөк бүләктәрҙең береһе», – тигән танылған инглиз педагогы Тим Селдин. Бының менән ризалашмау мөмкин түгел, сөнки бала тыуы – һәр ғаилә тормошонда мөғжизәле һәм онотолмаҫ миҙгел.

 

 

Яңы йылдың беренсе көндәре райондың яңы граждандарына бай булды. ЗАГС бүлеге мәғлүмәттәре буйынса ғинуарҙың беренсе яртыһында тыуыу тураһында ун биш акт теркәлгән. Сабыйҙарҙын бишесе малай, уныһы – ҡыҙ.

Бәләкәй кушнаренколы Владимир 3 ғинуарҙа донъяны беренсе булып күрергә булған.

Йыл башында уҡ район кешеләре һаны ун бишкә артыуы бик һөйөнөслө. Сабыйҙар ҙа, уларҙың әсәләре лә үҙҙәрен яҡшы хис итәләр. Бәхетле ата-әсәләрҙе тормоштарындағы иҫтәлекле ваҡиға менән ысын күңелдән тәбрикләйбеҙ, барсаһына ла сәләмәтлек теләйбеҙ!

Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: