САРМАНАЙ
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар , 14:55

Алтын пар

“Ғаилә төҙөү анһат, уны һаҡлап ҡалыу ауыр”, ти халыҡ аҡылы. Ҡыҙғанысҡа, быны  һәр кем дә булдыра алмай. Йәнәшәләгеләрҙе тыңларға һәм ишетергә өйрәнгәндәр генә бәхетле оҙон ғүмер кисерә. Бәйкәй ауылында йәшәүсе Ғәйшә һәм Рәмил Ситдиҡовтар – шундай ғаиләләрҙең береһе.

Алтын пар
Алтын пар

 

  Рәмил 1953 йылда Ғәмирә һәм Мулланур Ситдиҡовтар ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. Кушнаренкола туғыҙ синыф мәктәпте тамамлағандан һун шоферлыҡҡа уҡып сыға. Хеҙмәт юлын Куйбышев исемендәге колхозда йөк ташыусы булып башлап ебәрә.

1973 йылдын майында унын яҙмышында Ғәйшә исемле һөйкөмлө ҡыҙ барлыҡҡа килә. Ул ваҡытта ҡыҙ күрше Яны Ҡормаш ауылында кассир булып эшләй. Сәсеүгә ярҙам итеү маҡсаты менән бухгалтерия коллективын Бәйкәйгә  ебәрәләр. Араларында Ғәйшә лә була. Нәҡ шул саҡта танышалар ҙа инде улар.

Уртаҡ йылдар уларға ин ҙур байлыҡ – ун бала һәм егерме ике ейәне бүләк иткән. Нәҫел дауамсылары һәр ваҡыт ата-әсәләрен уныштары менән һөйөндөрөп торалар. Балалары үҫеп, белем алалар, бөгөн инде һәр ҡайһыһынын үҙ ғаиләһе бар.

Уларҙын үрнәге һәм аҡыллы кәнәштәренә эйәреп, балалары ла ауырлыҡ-ҡыйынлыҡтарҙы кисергә өйрәнгәндәр. Ата-әсәләре кеүек, улар ҙа һәр ҡайһыһы үҙ ғаилә усаҡтарын һаҡлап йәшәй.

Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: