Мәктәп инициативалы бюджеттар – ул практика. Уның ҡыҫаларында мәктәп уҡыусылары берлектә өйрәнеү, белем биреү, спорт һәм ижад сараларын ойоштороу һәм үткәреү, уҡыусылар өсөн ял итеү зоналарын төҙөкләндереү, музыка һәм телевидение студиялары, медиа-үҙәктәр, кинозалдар булдырыу, спорт майҙансыҡтарын һәм залдарын йыһазландырыу һәм башҡа маҡсаттарҙы ғәмәлгә ашырыу менән бәйле мәсьәләләр буйынса фекер алышып, берҙәм фекергә килә.
Саҡмағош беренсе урта мәктәбенең 7-11 сыйныф уҡыусылары инициативалы бюджет проекттары конкурсының беренсе этабы кысаларында мәктәп киңлеген үҙгәртеп ҡороуға һәм мәғариф учреждениеһы территорияһын төҙөкләндереүгә юнәлдерелгән проекттар өҫтөндә эшсәнлекте дауам итә. Проектты тормошҡа ашырыуҙа уларға уңыштар теләйбеҙ!