САРМАНАЙ
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ғинуар , 10:50

Эш сәфәре

Республика Башлығы эш сәфәре менән Кушнаренко  районында булды. Радий Хәбиров яңы поликлиника эшсәнлеге менән танышты.

Эш сәфәре
Эш сәфәре

 

Медицина учреждениеһы 2024 йылдың декабрендђ асылды, ул сменаға 320 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Яңы поликлиника өлкәндәргә һәм балаларға медицина хеҙмәте күрһәтә. Уны йыһазландырыу  медицина-санитария ярҙамы күрһәтеүҙең заманса стандарттарына яуап бирә. Бында терапевтар, педиатрҙар, тар профилле белгестәр, шәфҡәт  туташтары эшләй. Учреждениела диагностика, вакцинация, функциональ тикшеренеүҙәр кабинеттары урынлаштырылған. Эште уңайлы ойоштороу арҡаһында район халҡы тиҙ арала тикшеренеү үтә һәм тейешле ярҙамды ала.

Сәфәр ваҡытында Радий Хәбиров рентгенодиагностика, эндоскопия, оториноларингология, процедура һәм прививка кабинеттарын, шулай уҡ ультратауыш диагностикаһы кабинетын ҡараны.

Төбәк  етәксеһе поликлиникала диспансерлау процессына айырым иғтибар бирҙе.

Беҙҙең хәбәрсебеҙ.

Эш сәфәре
Эш сәфәре
Эш сәфәре
Эш сәфәре
Эш сәфәре
Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: