САРМАНАЙ
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Декабрь 2024, 12:45

Башҡортостанда "Имен һәм сифатлы юлдар" милли проекты буйынса эшкә йомғаҡ яһалды

БСТ каналындағы тура эфирҙа Башҡортостанда юлдар торошо мәсьәләһе буйынса брифинг уҙҙы. Унда республиканың юл инфраструктураһы тураһында һүҙ барҙы.

Башҡортостанда "Имен һәм сифатлы юлдар" милли проекты буйынса эшкә йомғаҡ яһалды
Башҡортостанда "Имен һәм сифатлы юлдар" милли проекты буйынса эшкә йомғаҡ яһалды

Башҡортостанда, ағымдағы йыл һөҙөмтәләре буйынса, 1300 км төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы юлдар ремонтланған. 56 км магистраль эшләнгән һәм реконструкцияланған, 460 метрҙан ашыу күпер норматив хәлгә килтерелгән, шулай уҡ 200 метр күпер төҙөлгән. Шуларҙың 158 км юлдар һәм 372 метр күперҙәр «Имен һәм сифатлы юлдар» дөйөм дәүләт проектын сиктәрендә ремонтланған. Республиканың Транспорт министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, быйыл ремонт, реконструкция, юлдар һәм күперҙәр төҙөлөшөнә республиканың Юл фондынан 38,6 млрд һум аҡса йүнәлтелгән. Шуның 4,1 млрд һумы федераль бюджетан бүлеп бирелгән. "Беҙҙең төп бурыс – төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге юлдар буйынса хәрәкәт иткәндә Башҡортостан халҡы өсөн хәүефһеҙлек һәм уңайлылыҡ тәьмин итеү", – тине брингфигта транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Шул уҡ ваҡытта төбәктә терәк селтәренә инә торған юлдарға айырым иғтибар бирелә. Әйтәйек, 2024 йылда ғына ла 60 килрметрҙан артыҡ шундай юл норматив хәлгә килтерелгән. Дөйөм алғанда, быйыл республикала ғомум оҙонлоғо 72 км булған алты юл участоғына ремонт яһалған. Улар араһында Өфө — Инйәр — Белорет, Благовещен — Павловка, Өфө — Охлебинино, Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск, Өфө — Иглин — Красная Горка — Павловка, Стәрлетамаҡ — Раевка юлдары бар", – тип һанап китте транспорт министры. Көнсығыш сығыу юлын төҙөү мәсьәләһе тиҫтәләрсә йылдар буйына хә л итеүҙе көттө. Республика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәләрен тормошҡа ашырыу нәтижәһендә, ул ҡулланыуға тапшырылды. "Һуңғы йылдар – республикабыҙҙа юл төҙөлөшөндә бығаса күрелмәгән осор, был ысынан да шулай. Беҙ күптән түгел генә ҙур трасса – Башҡортостан үҙәген төньяҡ-көнсығыш ауыл төбәктәре менән тоташтырыусы 60 километр оҙонлоҡтағы яңы юлдарҙы сафҡа баҫтырдыҡ. Бер нисә ай элек Көнсығыш сығыу юлын ҡулланыуға тапшырҙыҡ, был – ҡатмарлы инженерлыҡ проекты", – тине ул хаҡта Радий Хәбиров. Саҡмағош районында ла был юлдарҙы төҙөкләндереү йүнәлешендә күләмле эштәр башҡарылды. «2024 йылда төбәк, муниципаль-ара һәм ерле әһәмияттәге автомобиль юлдарын төҙөкләндөрөү эштәре башҡарылды, Кушнаренко-Саҡмағош-Баҡалы автомобиль юлында өҫке асфальт-бетон өҫлөктәрҙе ремонтлау эштәре тамамланды. Шишмә-Языково-Саҡмағош автомобиль юлында капиталь ремонт дауам итә. 2025 йылда юл ремонтлау участоктарында эштәрҙе тамамлау планлаштырыла, шулай уҡ Саҡмағош-Дүртөйлө автомобиль юлы участоғында ремонт яһаласаҡ, Кушнаренко-Саҡмағош-Баҡалы автомобиль юлы ремонтланасаҡ», – ти «Башкиравтодор» йәмғиәтенең райондағы идараһы начальнигы Марат Тәлғәт улы Мусин. Әйтеп үтергә кәрәк, күптән түгел капиталь ремонттан һуң 4 километр оҙонлоҡтағы Бәшир ауыл биләмәһенең төп автомобиль юлдарының береһе, шул иҫәптән ауыл эсендәгеһе файҙаланыуға тапшырылды. Ағымдағы йылда Ташҡалмаш ауылына инеү юлын реконструкциялау, тышҡы газ үткәргестәр ҡороу, туҙған күпер ҡоролмаһын алыштырыу, юл билдәләре ҡую, тротуарҙар ҡороу, юл билдәләре урынлаштырыу, тротуарҙар ҡороу, юл билдәләре һалыу күләмле эштәре башҡарылды. Юлды төҙөкләндереү буйынча күләмле эштәр киләһе йылда ла дауам итер тип ышанабыҙ.

Башҡортостанда "Имен һәм сифатлы юлдар" милли проекты буйынса эшкә йомғаҡ яһалды
Башҡортостанда "Имен һәм сифатлы юлдар" милли проекты буйынса эшкә йомғаҡ яһалды
Башҡортостанда "Имен һәм сифатлы юлдар" милли проекты буйынса эшкә йомғаҡ яһалды
Автор:Лиана Ханмурзина
Читайте нас: