САРМАНАЙ
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Декабрь 2024, 12:10

Башҡортостан мәғарифы тотороҡло үҫеш юлынан алға атлай

Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Илдар МӘҮЛЕТБИРҘИН Башҡортостан юлдаш телеканалы ойошторған “Интервью” тапшырыуында тармаҡтың 2024 йылдағы эш һөҙөмтәләре, уңыштары, яңы 2025 йылға билдәләнгән бурыстар һәм маҡсаттар тураһында һөйләне.

Башҡортостан мәғарифы тотороҡло үҫеш юлынан алға атлай
Башҡортостан мәғарифы тотороҡло үҫеш юлынан алға атлай

2024 йыл республиканың мәғариф өлкәһе өсөн ваҡиғаларға бай, һөҙөмтәле булды”, – тип билдәләне Илдар Марат улы. Ул тәү сиратта мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау буйынса федераль программаға туҡталды. – Бынан алдағы йылдарҙа 140 мәктәпте ремонтлағайныҡ. Бөгөн 55 меңдән ашыу бала яңыртылған шарттарҙа белем һәм тәрбиә ала. 2025- 2027 йылдарға РФ Мәғариф министрлығы республикабыҙҙың тағы 88 мәктәп бинаһын капиталь ремонтлау буйынса исемлеккә индерҙе һәм ошо маҡсатта федераль бюджеттан 5,5 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк, – тине министр. Ул шулай уҡ балалар баҡсалары биналарын капиталь ремонтлау буйынса программаға старт бирелеүен яҡшы башланғыс булараҡ билдәләне. Шулай уҡ киләһе йылдан колледждарҙы, тәү сиратта, уларҙың ятаҡтарын капиталь ремонтлау программаһы старт ала. – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров колледждарҙың уҡыу корпустарын төҙөкләндереү, уларҙы кәрәкле йыһаздар, ҡорамалдар менән тәьмин итеү программаһына башланғыс биргәйне. Ошо нигеҙҙә ҙур эштәр башҡарылды. Ғөмүмән, белем биреү тармағына ҡараған учреждениеларҙы капиталь ремонтлауға федераль аҡса йәлеп итеү йәһәтенән беҙ ил буйынса иң алдынғы өсәү араһында икенсе урындабыҙ. Дөйөм алғанда, 2024 йылда республикабыҙҙың мәғариф тармағын үҫтереүгә федераль бюджеттан 15,4 миллиард һум аҡса йәлеп ителгән. Әңгәмә барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе барышында уҡытыусыларға ярҙам һәм хәстәрлек йәһәтенән билдәләнгән саралар тураһында ла һүҙ барҙы. – Уҡытыусыларға гранттар ярҙамы тураһында әйткәндә, бында тәүмаҡсат – мәғариф тармағына йәш белгестәрҙе йәлеп итеү, әлегәсә эшләп йөрөгәндәрен дәртләндереү. 2019 йылдан, Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, ауыл ерендә һәм бәләкәй ҡалаларҙа эшләгән уҡытыусыларға гранттар бирелә башланы. Йыл һайын республиканың 150 уҡытыусыһы 690 мең һум күләмдә грант ярҙамы ала. Быйыл Башҡортостан Башлығы тарафынан мәктәпкәсә белем биреү педагогтарына тәүге тапҡыр 75 грант тапшырылды. Әйтергә кәрәк, бындай ярҙам сараһы илдең башҡа бер төбәгендә лә юҡ, – тип билдәләне Илдар Мәүлетбирҙин. Ә инде Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгән бурыстарҙы тормошҡа ашырып, 2025 йылдан йыл һайын меңләгән педагог республика шифаханаларында ял итеү мөмкинлегенә эйә була. Был хаҡта Указға ҡул ҡуйылған да инде. Һуңғы йылдарҙа педагогия буйынса белемгә ихтыяж арта бара һәм был беҙҙе ҡыуандыра, сөнки уҡытыусыһыҙ милләттең дә, дәүләттең дә киләсәге юҡ. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың мәғариф системаһы тураһындағы хәстәрлеге ҙур хөрмәткә лайыҡ. Ҡатмарлы осорҙа, илебеҙгә ҡарата иғлан ителгән санкциялар баҫымы шарттарында күп процестарҙы туҡтатырға мәжбүр булғанда, мәғариф системаһына капитал һалыуҙар үҫеше туҡтатылмай, киреһенсә арта ғына бара. Киләһе йылдарҙа ла тотороҡло рәүештә алға барырбыҙ, тип ышанам. Әңгәмә барышында Өфөлә төҙөләсәк Республика математика лицейы тураһында ла һүҙ барҙы. Белеүебеҙсә, был хаҡта Радий Хәбиров йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда белдергәйне. Проект федераль ҡаҙна ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. Әйтергә кәрәк, башланғыс ил Президенты Владимир Путин тарафынан да хуплау тапты. “Республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән һәләтле балалар өсөн уникаль белем биреү үҙәге ойошторабыҙ. Был мәктәпте тамамлаусылар тотош Рәсәйҙең ғорурлығы буласаҡ”, – тигәйне төбәгебеҙ етәксеһе. – Федераль бюджетта сумма билдәләнде – 2,4 миллиард һум. Киләһе йылда төҙөлөштө башлаясаҡбыҙ. Бик заманса, матур, үҙенсәлекле мәктәп буласаҡ. Был лицей республикабыҙ мәғариф системаһының визит картаһы, йәғни йөҙөн билдәләгән белем усағы булыр, тип ышанабыҙ, – тине Илдар Марат улы, яңы белем усағына ҡағылышлы эштәргә аңлатма биреп. ФЕКЕРҘӘР Салауат СӘҒИТОВ, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты: – Мәғариф системаһында төп мәсьәлә – уның сифатын яңы йүнәлеш, яңы методикалар һәм технологияларға бәйле рәүештә даими күтәреү. Беҙҙең республика ғәҙәттәгесә был процестың башында килә. Бында уҡытыу кимәлен, белем сифатын арттырыу, даими рәүештә уҡытыусыларыбыҙҙың квалификацияһын күтәреү тураһында ла һүҙ алып барырға мөмкин. Аҡмулла университетының Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә ошо программаны әҙерләүе бик ҡыуаныслы күренеш. Айгөл Әнүәр ҡыҙы Әхмәтйәнова, Саҡмағош гимназияһы директоры, йәмәғәтселек фикере лидеры. Мәғариф – республикалағы өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала. Районыбыҙҙа белем биреү системаһы тотороҡло эшләй. Беҙгә, мәғәриф хеҙмәткәрҙәренә, Радий Фәрит улының йәш буынға белем-тәрбиә биреүгә, уҡыу йорттарында яҡшы шарттар булдырыуға даими һәм айырым ҙур иғтибар бүлеүе айырыуса мөһим. Быйылғы уҡыу йылының тәүге көнөндә ишектәрен асҡан һәм замандың иң һуңғы талаптары буйынса йыһазланған гимназияның яңы бинаһы – үҫеп килеүсе быуын, тимәк республикабыҙҙың, илебеҙҙең киләсәге тураһындағы хәстәрлектең асыҡ сағылышы. Ҡаланыҡыннан һис ким булмаған, хатта ҡайһы уҡыу йорттарыннан күпкә замансараҡ та булған беҙҙең мәктәптә йәш райондаштарыбыҙға төплө белем һәм лайыҡлы патриотик, рухи-әхләҡи һәм физик тәрбиә биреү өсөн бөтә шарттар да бар. Беҙ бының өсөн район, республика етәкселегенә ихлас рәхмәтлебеҙ. Тура бәйләнеш ваҡытында мәктәп төҙөү, белем усаҡтарында республикада йәшәүсе халыҡтарҙың туған телдәрен, мәҙәниәттәрен өйрәнеү өсөн заманса яҡшы шарттар булдырыу мәсьәләләре күтәрелде. Һәм улар да уңай хәл ителәсәк тип һис икеләнмәй әйтергә була.

Башҡортостан мәғарифы тотороҡло үҫеш юлынан алға атлай
Башҡортостан мәғарифы тотороҡло үҫеш юлынан алға атлай
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: