САРМАНАЙ
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2024, 09:30

Муллыҡ байрамы

Көндәр һыуытып,  ер йөҙөн ап-аҡ ҡар ҡаплағас, Иҫке Ҡормаш ауылында элек-электән килгән халыҡ байрамы – ҡаҙ өмәһе үткәрелә. Ауыл кешеләре бер-береһенә ярҙам итеү өсөн өмәгә йыйыла.

Муллыҡ байрамы
Муллыҡ байрамы

 

Хеҙмәт шатлығын туған-тумаса, күршеләрең менән уртаҡлашһаң, эш тә  ећелерәк бара. Тәжрибәле ҡатын-ҡыҙҙар шаярып көлөп ҡаҙ йолҡа, йыр-моң, шаян һүҙҙәр, мәҙәктәр, уйындар һәм мул мәжлес өҫтәле байрам шарты тыуҙыра.

Быйыл оло ҡаҙ өмәһе Зилә һәм Марат Ҡадировтар хужалығында үткәрелде. Улар һәр йыл 25-30ар ҡош үҫтерәләр. Өмәгә бөтә ауыл йыйылды, тиһәң дә яңылыш булмаҫ.

Юлиә Басирова өмәлә ҡатнашыусы малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Ҡаҙ ҡаурыйынан мамыҡты нисек итеп дөрөҫ һыҙырыу кәрәклеген күрһәтте, халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары тураһында һөйләне.

Муллыҡ байрамы
Муллыҡ байрамы
Муллыҡ байрамы
Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: