“Республика Конституцияһына ярашлы, һеҙгә Юллама менән мөрәжәғәт итәм, – тине ул сығышын башлап. – Һеҙҙе Рәсәй Конституцияһы – Ватыныбыҙҙың өр-яңы тарихында тәрән үҙгәрештәрҙе билдәләүсе документ көнө менән ҡотлайым”.
Радий Фәрит улы хәбәр итеүенсә, ул быйылғы Юлламала үтеп барыусы йылға йомғаҡ яһап ҡына ҡалмай, күләмле максаттарҙы хәл итеүҙе дауам итер өсөн эшсәнлектең төп йүнәлештәрен дә билдәләйәсәк.
Беҙгә ҡатлаулы, яҙмышты хәл итә торған ваҡытта йәшәргә тура килде. Илебеҙ сиктәренән тыш та беҙҙең ныҡлыгыбыҙҙы һынайҙар. Эстән дә бүлгеләргә ынтылалар. Илебеҙ тарихында быға ҡәҙәр дә булғанса, беҙ берҙәмлек һәм ойошҡанлыҡ менән яуап бирәбеҙ. Лидерыбыҙ Владимир Путин етәкселегендә иҡтисадты мобилизациялайбыҙ, сәнәғәт һәм оборона потенциалын нығытабыҙ, тотош йәмғиәтте еңеүгә йүнәлтәбеҙ”, – тип аҫһыҙыҡланы төбәк Башлығы.