САРМАНАЙ
+1 °С
Ясно
Новости
12 Декабря 2024, 10:30

Беҙ беләбеҙ – Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!

Радий Фәрит улы Хәбиров 12 декабрдә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Юлламаны еткергәндә еңел булмаган, бик тә яуаплы йылдарҙа уға республикаға идара итеү хоҡуҡын ышанып тапшырған төбәк халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Республика Башлығы бөтә дәүерҙәрҙә лә Ватаныбыҙ көсө уның халыҡтарының берҙәмлегенә нигеҙләнеүен билдәләне.

Добавить в предпочтительные источники Google
Беҙ беләбеҙ – Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!Беҙ беләбеҙ – Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!
Беҙ беләбеҙ – Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!



“Был һәр саҡ шулай буласаҡ. Беҙ бергә эшләйбеҙ, көрәшәбеҙ, бергә Рәсәйҙе һаҡлайбыҙ. Киләһе йылда беҙ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын тантаналы билдәләйбеҙ. Был байрам беҙҙе өлкән буындарҙың батырлығына һәм ҡаһарманлығына, ныҡлығына һәм көсле рухына тигеҙләшергә саҡыра. Был залда – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар. Фиҙәҡәр хеҙмәтегеҙ менән һеҙ, хөрмәтле яугирҙәр, Башҡортостан – Ватаныбыҙ Геройҙары һәм ныҡлы терәге тыуған ере булыуын иҫбатлайһыҙ. Беҙ йәштәребеҙҙе Ватанды һаҡлаусыларҙың бөтә быуындары батырлығы өлгөһендә ысын патриоттар итеп тәрбиәләйбеҙ. Алда беҙҙе еңел булмаһан һынауҙар көтә. Бергә бөтә ҡыйынлыҡтарҙы еңеүебеҙгә, туған республикабыҙ һәм бөйөк Рәсәйҙең сәскә атыуы хаҡына барыһын да эшләйәсәгебеҙгә ышанам. Беҙ беләбеҙ – Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!” – тине Радий Хәбиров, Дәүләт Йыйылышына еткергән Юлламаһын тамамлап.

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас