САРМАНАЙ
+13 °С
Облачно
Новости
11 Декабря 2024, 08:55

Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу – иң мөһим бурыстарҙың береһе

Төбәк Башлығы Радий Хәбиров республикала муниципалитеттарҙы үҫтереү программаларын тормошҡа ашырғанда: «Торлаҡ пункттарҙың тышҡы күренеше тураһында да уйлау мөһим, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу – иң мөһим бурыстарыбыҙҙың береһе», – тип билдәләне.

Добавить в предпочтительные источники Google
Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу – иң мөһим бурыстарҙың береһеУңайлы ҡала мөхитен булдырыу – иң мөһим бурыстарҙың береһе
Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу – иң мөһим бурыстарҙың береһе

 

2019-2024 йылдарҙа республиканың торлаҡ пункттарында йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү һәм реновациялау буйынса ҙур эш башҡарылды. Байтаҡ проекттар федераль аҡсалар йәлеп итеү исәбенә тормошҡа ашырылды. Был – республиканың идара командаһының көндәлек хеҙмәте нәтижәһе. Уңайлы йәмәғәт мөхите халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуға ярҙам итә. Был төҙөкләндерелгән парктарҙы, скверҙарҙы, ял итеү зоналарын, яҡшы үҫеш алған инфраструктураны һәм мәҙәни сараларҙы үҙ эсенә ала. Республикала бөтә проекттар да халыҡтың ижтимағи мөхит булдырыуҙа әүҙем ҡатнашыуы һәм ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. Күп кенә проекттар тарихи һәм иҫтәлекле урындарҙы һаҡлауға йәнәлтелгән, уңайлы ижтимағи мөхит формалаштырыу да уларҙың мөһимлеген аҫһыҙыҡлай. Яңы парктар проекттары бер-береһенә оҡшамаған һәм шул уҡ ваҡытта республикала йәшәүсе төрлө халыҡтарҙың һәм конфессияларның ғөреф-ғәҙәттәрен һәм менталитетын иҫәпкә ала.

Саҡмағоштар быйыл да “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” дөйөм дәүләт проектының “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль программаһы сиктәрендә 2024 йылда төҙөкләндереү өсөн ижтимағи территорияларны һайлау буйынса Бөтә Рәсәй онлайн-тауыш биреүҙә ҡатнашты. Район халҡының күпселеге — 5455 кеше – скверҙы төҙөкләндереү өсөн үҙ тауыш бирде. Сквер территорияһы берҙәм юл-һуҡмаҡ селтәрен ойоштороуҙы, төрлө типтағы яҡтыртҡыстар булдырыуҙы, инновациялы диодлы фонтан, ял итеү өсөн функциональ зоналар булдырыуҙы, йәшелләндереүҙе, сауҙа нөктәләре яғынан машина ҡуйыу урындарын – парковкаларҙы киңәйтеүҙе талап итә.

Шулай итеп, октябрь айында район үҙәгендә Хеҙмәт даны скверы асылды. “Сквер район үҙәгенең үҙәк урамында урынлашҡан, ул – ауылдың биҙәге” , – ти  Саҡмағош ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Марсель Хәдит улы Хәсәнов. “Ниһайәт, район уртаһында шундай матур урын барлыҡҡа килде, күпме йылдар был районда йәшәнек һәм көтөп алдыҡ! Һуңғы биш йылда Саҡмағошта төҙөкләндереү буйынса шул ҡәҙәр уңай үҙгәрештәр булды! Район үҙәге күҙгә күренеп үҙгәрә һәм республикабыҙҙың иң матур райондары менән көндәшлек итә ала”, – ти саҡмағоштар.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура эфир аша әңгәмәләшеү ваҡытында да уға Урман паркы тураһында һорау бирелде. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, парк әлеге ваҡытта икенсе һулыш  ала. – Күркәм урын, Өфөнөң йөҙө ҡашы, кешеләр унда күпләп йөрөй. Ул федераль ҡануниәт нигеҙендә юғары дәрәжәлә һаҡлана, – тип аңлатты Радий Хәбиров. – Мин унда булдым, кешеләр менән аралаштым, саф һауалыла йөрөнөм. Кешеләр күп һәм парк та матур. Өфө һәм тоташ муниципалитеттарыбыҙ киләсәктә лә сәскә атырға тейеш, – тине республика Башлығы.

Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу – иң мөһим бурыстарҙың береһе
Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу – иң мөһим бурыстарҙың береһе
Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу – иң мөһим бурыстарҙың береһе
Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу – иң мөһим бурыстарҙың береһе
Автор:Лиана Ханмурзина
Читайте нас