САРМАНАЙ
+11 °С
Облачно
Новости
10 Декабря 2024, 05:50

Тылсымлы хыял донъяһы

Декабрь – балалар һәм өлкәндәр өсөн дә тылсымға бай моғжизәләр айы. Һәр кем дә кәштәнән Яңы йыл уйынсыҡтарын алып, шыршы биҙәгән бала саҡ миҙгелдәрен хәтерләйҙер. Тиҙ ватылыусан, ысын хазина шикелле ялтырауыҡ уйынсыҡтар үҙҙәрендә сер һәм Яңы йыл мөғжизәһе, һис шикһеҙ, буласаҡ, тигән өмөттө һаҡлай кеүек ине.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тылсымлы хыял донъяһыТылсымлы хыял донъяһы
Тылсымлы хыял донъяһы

 

Күптән түгел Кушнаренко тарихи-туған яҡты өйрәнеү музейында «Тылсымлы хыял донъяһы» тип исемләнгән СССР осорондағы шыршы һәм балалар уйынсыҡтары күргәҙмәһе асылды. Кушнаренколар мамыҡ, быяла, папье-маше һәм башҡа материалдарҙан эшләнгән элекке шыршы һәм балалар уйынсыҡтарын килтерҙе.

Район балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре сюжеттары буйынса уйынсыҡтар ижад ителгән әкиәт һәм хикәйәләр яҙылған китаптар бирҙе.

Әлеге үҙенсәлекле күргәҙмә асылған көндө музей директоры Гүзәл Хәмитова тәбрикләү һүҙҙәре менән сығыш яһап, йыйылыусыларға совет осоро уйынсыҡтары тарихын һөйләне. Ҡунаҡтар крәҫтиән ҡатын-ҡыҙҙарының быяла муйынсаҡтары шыршы биҙәү өсөн ҡулланылған иң беренсе уйынсыҡтар булғанын белде.

Күргәҙмәгә килеүселәр Рәсәйҙә Яңы йылдың Петр I ваҡытынан уҡ билдәләнә башланыуы, байрамдың Европанан килеүе тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән танышты. Иң тәүҙә шыршы бизәүҙә йәшелсә-емештәр: алма, груша, ҡыяр һәм хатта һуған да ҡулланылған. Йәшелсә-емештәр уңмаған йылдарҙа шыршыға алманы хәтерләтеүсе уйынсыҡ шарҙар эленгән. Бөгөнгө көндә лә шыршыны аҙыҡ-түлек менән биҙәү һаҡлана. Ҡайһы бер кешеләр әле лә байрам ағасына мандарин йәки кәнфиттәр элә.

Витринаға ҡуйылған быяла самолеттар, осоусылар – Советтар Союзы ғәләм киңлектәрен яулаған осорҙан сәләм. Бында спортсылар һүрәтләнгән уйынсыҡтар ҙа бар, сөнки ул осорҙарҙа спортҡа ҙур иғтибар бирелгән.

Күргәҙмә менән танышҡандан һуң балалар СССР осоронда ижад ителгән йәһүрәтте (мультфильм) ҡараны.

Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас